Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Legobot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 74 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q40763 (translate me)
ҡалып, категория
1 юл:
'''Орлоҡ'''  — башланғыс үҫемлек. Ул орлоҡ бәбәгенән үҫеп китә.
 
 
 
 
== Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
Юл 9 ⟶ 6:
Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡабыҡтың төрлө төҫтә булыуы мөмкин. Орлоҡтоң батынҡы яғында уны орлоҡ эргәлеге менән тоташтырыусы йәй— орлоҡ һабының эҙе күренә.
Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора. Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы матдәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә  — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән.
Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б..
Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм  — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.<ref>Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6-7 класстары өсөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса икенсе баҫмаһы.  — Өфө: Башҡортостан "«Китап"» нәшриәте, 1995.  — 256 б., ил.  — ISBN 5-295-01185-2. Башҡортсаға тәржемә С. И. Йәнтүрин</ref>
 
== Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
[[Рәсем:Бер_олошлолар.TIF|300px||thumb|right|]]
Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен  — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан алтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел.
Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора.
Бойҙайҙың бәбәге бик бәләкәй, уны лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Уның тамырсаһы, һабаҡсаһы һәм бөрөсәһе бар. Ләкин унда орлоҡ өлөшө берәү генә. Уның туҡлыҡлы матдәләр запасы булмай, ул эндоспермға ныҡ йәбешеп тора һәм йоҡа ғына пластинкаға оҡшаған . Орлоҡ шытҡан саҡта туҡлыҡлы матдәләр эндосперм күҙәнәктәренән орлоҡ өлөшө аша бәбәккә килә. Бәбәктәрендә бер генә орлоҡ өлөшө булған үҫемлектәрҙе бер өлөшлөләр тип атайҙар.
Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған .
Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөшлө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.
 
== Орлоҡтарҙың составы ==
Эндосперм йәки бәбәк күҙәнәктәрендә ниндәй туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған? Бойҙай бөртөксәләрен тарттырып он алалар. Был —нигеҙҙә, ваҡланған эндосперм. Бер аҙ бойҙай онон алайыҡ та унан ҡамыр баҫып, марляға төргәс, стакандағы һыуҙа йыуайыҡ. Һыу буръяҡланыр, сөнки ҡамырҙан ниндәйҙер матдә йыуылып сыға. Тиҙҙән марляла һуҙылып, йәбешеп торған масса ҡалыр —был елемсә йәки үҫемлек аҡһымы.
Буръяҡ һыулы стаканға 2—3 тамсы йод эретмәһе тамыҙайыҡ. Стакандағы һыу күк төҫкә инер. Йод менән тейгәндә крахмалдың күк төҫкә инеүе билдәле. Тимәк, һыуҙа крахмал бар. Буялған крахмал әкренләп стакан төбөнә ултырыр.
Бойҙай ононда шулай уҡ бер аҙ май ҙа бар. Ләкин көнбағыш, мамыҡ һәм башҡа күп кенә үҫемлек орлоҡтарында май бигерәк тә күп.
Аҡһым, крахмал, майҙар  — бөтә үҫемлектәрҙең орлоғонда була торған органик матдәләр, ләкин төрлө үҫемлектәрҙең орлоғонда уларҙың миҡдары төрлөсә. Бойҙай бөртөксәләрендә крахмал күп, аҡһым байтаҡҡа кәм, ә май бөтөнләй аҙ. Фасоль орлоғонда аҡһым күп, ә крахмал аҙ. Көнбағыш орлоғонда май күп.
Кеше үҫемлектәрҙе органик матдәләр алыу өсөн үҫтерә. Составында крахмал, аҡһым булған он һәм ярма алыу өсөн бойҙай ғына түгел, шулай уҡ арыш, арпа, кукуруз, һоло, тары, дөгө, ҡарабойҙай үҫтерәләр. Аҡһымға бай продукттар алыу өсөн борсаҡ, мал борсағы, соя, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ сәсәләр. Үҫемлек майҙары алыу өсөн көнбағыш, мамыҡ, етен, ер сәтләүеге (арахис), соя һәм башҡа майлы культуралар үҫтерәләр.
Орлоҡтарҙа органик матдәләрҙән тыш тағы нимәләр була? Был һорауға яуапты ябай тәжрибә яһап белергә мөмкин.
Юл 30 ⟶ 28:
Йылытыуҙы дауам итәйек. Орлоҡтар күмерләнә, һәм пробиркала төтөн барлыҡҡа килә. Был орлоҡтағы органик матдәләрҙең: крахмал, аҡһым һәм майҙарҙың яныуы. Органик матдәләр янып бөткәс, көл ҡала. Ул янмай торған минераль матдәләрҙән тора.
Шулай итеп, орлоҡ составына органик матдәләр, минераль матдәләр һәм һыу инә. Төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарында һыу, органик һәм минераль матдәләр миҡдары бер төрлө булмай.
 
 
 
 
 
 
{| class='standard' style='text-align: center;'
Юл 41 ⟶ 34:
| colspan=2 | Орлоҡтар(100г) || colspan=2 |1.һыу. 2.орг. матдә. 3. минер. матдә
|--- class='shadow'
| Бойҙай || 13,4 || 84,7 || 1,9
|---
| Көнбағыш || 6,7 || 89,8 || 3,5
|}
 
Юл 52 ⟶ 45:
[[Рәсем:Шытыу_2.TIF|300px||thumb|right|]]
Бәбәге тере булған орлоҡтар ғына шыта һәм яны үҫемлеккә башланғыс бирә ала. Бәбәк ҡоротҡос бөжәктәр йәки үңәҙ бәшмәктәренең зарарлауынан, һаҡлаған саҡта ныҡ кибеүҙән йәки башҡа сәбәптәрҙән һәләк булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта бәбәк орлоҡтарҙың үтә оҙаҡ һаҡланыуынан да һәләк була. Бәбәктәре һәләк булған орлоҡ шытымһыҙға әйләнә, йәғни шытып сыға алмай.
Орлоҡ шытып сығыуҙан элек бүртә. Орлоҡтоң эсенә ингән һыу уны бүрттерә. Шытымлы орлоҡтар ҙа, шытмай торғандары ла бүртә. Шытымһыҙ орлоҡтар бүртәләр ҙә серейҙәр, шыта торғандары  — шыта. Мәҫәлән, фасоль орлоғо шытҡанда ҡабығы ярыла һәм бәбәк тамырсаһынан йәш тамыр үҫеп сыға. Ул бик тиҙ үҫә һәм тупраҡҡа нығына. Шунан һуң бәбәк һабаҡсаһы үҫә башлай, ул тупраҡ өҫтөнә орлоҡ өлөшө һәм бөрөсә ебәрә. Бөрөсәнән фасолдең япраҡтары менән ер өҫтө һабағы үҫеп китә. Борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа үҫемлектәрҙең орлоҡ өлөшө тупраҡ аҫтында ҡала . Ер өҫтө үрендеһе бәбәк бөрөсәһенән үҫеп китә.
Орлоҡтар ҡағыҙ пакеттарҙа, туҡыма тоҡтарҙа, иген келәттәрендә шытмайынса оҙаҡ һаҡлана ала. Ә ергә төшкән йәки еүеш сепрәкле, йә еүеш киптергес ҡағыҙлы тәрилкәгә һалынған орлоҡтар бик тиҙ бүртеп, шытып сығалар. Быға һеҙ орлоҡтарҙың шытыуын күҙәткәндә ышандығыҙ. Бәбәк үҫеп китһен өсөн ниндәй шарттар кәрәк һуң?
Был һорауға яуап биреү өсөн тәжрибәләр ярҙам итер.
Юл 62 ⟶ 55:
== Орлоҡтарҙың һулауы ==
ОРлоҡҡа шытып сығыу өсөн һауа кәрәк.
Шытыусы орлоҡтар кислородты йоталар һәм углекислый газ бүлеп сығаралар, йәғни һулайҙар. Был тәбиғи, сөнки үҫемлектәр  — тере организмдар.
Орлоҡтар көндөҙ ҙә, төнөн дә һулайҙар, һулаған ваҡытта йылылыҡ бүленеп сыға. Әгәр шыта башлаған орлоҡтар һалынған банканы бөтә яҡтан да мамыҡ йәки кейеҙ менән яҡшылап урап, уға термометр төшөрһәк, температураның күтәрелеүен еңел күрергә була.
Орлоҡтар һулағанда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ уларҙы йылыта. Шыта башлаған орлоҡтар һулағанда бигерәк тә күп йылылыҡ бүленеп сыға. Дымлы шытҡан орлоҡтар ҡоро шытмаған орлоҡтарға ҡарағанда көслөрәк һулайҙар. Ҡалын итеп өйөп һалынған дымлы орлоҡтар шыта һәм бик тиҙ ҡыҙа. Ундай орлоҡтарҙың бәбәктәре һәләк була. Орлоҡтар шытымһыҙға әйләнә. Бындай хәл булмаһын өсөн орлоҡтарҙы һаҡларға бары тик ҡоро килеш кенә урып-һуғып алалар һәм ҡоро, яҡшы елләтелә торған биналарҙа һаҡлайҙар. Орлоҡтарға һауа өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Был шыта башлаған орлоҡтарға ҡарағанда аҙыраҡ һулаған ҡоро орлоҡтар өсөн дә кәрәк. Хәҙерге заман иген һаҡлағыстарында (элеваторҙарҙа) орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн бындай шарттар булдырыла.
Юл 75 ⟶ 68:
 
== Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге ==
Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн кәрәкле шарттарҙы иҫәпкә алып, сәсеү ваҡытын билдәләйҙәр. Орлоөтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу, һауа һәм йылы кәрәк. Быларҙың бөтәһен дә орлоҡтар үҙ ваҡытында сәскәндә генә ала. Иртә яҙ тупраҡта бик күп ямғыр һәм ҡар һыуы туплана, ләкин тупраҡ әле йылынып өлгөрмәй. Иртә яҙҙа тик һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ) орлоҡтарын ғына сәсәләр. Был үҫемлектәрҙең орлоҡтары түбән температурала һәм дым мул булғанда шытып сыға.
Йылыны күп талап итеүсән үҫемлектәрҙең орлоғон тупраҡ "терлек кимәлдә йылынғас сәсергә тура килә.
Шулай ҙа йылы яратыусан үҫемлектәрҙең (кукуруз, фасоль, ҡыяр, ҡабаҡ, ҡауын, томат) орлоҡтарын сәсеүҙе һуң¬латырға ярамай. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра, һәм туп¬раҡ кипкәндән-кибә бара. Шуға күрә был үҫемлектәрҙең орлоҡтарын сәсеүҙе һуңлатыу уңышты кәметә. «Яҙғы бер көн  — йыл аҫрай» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Быны иҫәпкә алып, йылы яратыусан үҫемлектәрҙең орлоҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк, тупраҡ 10—12° С-ҡа тиклем йылынғас та сәсергә кәрәк. һуң сәселгән орлоҡтар йылы, ләкин ҡоро тупраҡҡа эләгә, һәм улар оҙаҡ шытмай ятасаҡ, был иһә уңышты кәметәсәк.
Орлоҡтарҙың үҙ ваҡытында сәселеп тә тупраҡҡа тәрән күмелмәй ҡалыуы мөмкин. Ул ваҡытта улар яҙғы ҡояштың эҫенурҙары аҫтында кибеп бөтәсәк. Әгәр ҙә тупраҡҡа артыҡ тәрән сәселһә, шытымдар насар буласаҡ.Бик тәрән күмдергәндә үҫенделәргә һауа етешмәй. йәш үҫенделәр өҫкә тишеп сыға алмай. Шуға орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә генә сәсергә кәрәк.
 
== ӘҙәбиәтИҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
<references/>
 
{{rq|sources|wikify}}
[[Категория:Биология|Үҫемлектәр]]
[[Категория:Орлоҡ]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған