Ҡойроҡһоҙҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып, категория
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
Ҡойроҡһоҙҙар күберәк ҡоро ерҙә йәшәй, ләкин һыу менән беләнешен юғалтмайҙар. Уларҙың тәне ҡыҫҡа һәм тәбәнәк. Баштары киң һәм кәүҙә бенән таташҡан. Муйындары һәм ҡойроҡтары юҡ. Тирелере яланғас һәм дымлы. Баштарында күҙ йомой ярылары булған ике күҙ, ике танау тишеге бар. Һауана үпкәләре һәм тире аша һулайҙар. Һыуҙа өҙөк-өҙөк хәрәкәт итәләр. Аяҡтарында йөҙөй ярылары бар. Алғы аяҡтары ҡыҫҡараҡ, йөҙгән ваҡытта тәнгә табан ҡыҫылалар. Ҡоро ерҙә артҡы аяҡтары менән һикереп-һикереп йөрөйҙәр. Улар тәүлектек теләһә ҡайһы ваҡытында актив.
 
Ҡойроҡһоҙ амфибиялар [[үрмәкселәр]], [[ҡырмыҫҡалар]], [[ҡыҫылылар]], ер [[селәүсендәр]]е, ҡоро ер һәм һыу [[моллюскалармоллюскылар]]ы, [[бөжәктәр]] менән туҡлана. Аҙыҡты күҙҙәре ярҙамында эҙләп таба. Осо торған бөжәктәрҙе аулайҙар. Табыштарын эләктерергә ваҡ тештәре һәм йәбешкәк телдәре ярҙам итә. Телдәре ауыҙҙың артҡы өлөшөнәалғы яғы менән береккән һәм ауыҙ эсендә ике ҡатлап бөкләнгән.
 
Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары һыуҙа үрсей. Инә баҡалар — ыуылдырыҡ, ата баҡалар «һөт» сәсә. Ыуылдырыҡтан сыҡҡан сүмешбаш балыҡҡа оҡшаған була һәм зәңгәрһыу-йәшел һыуүҫемдәре, иң ябай төҙөлөшлө хайуандар менән туҡлана. Йылы һыуҙа 50—60 көн уҙгас һәм һалҡын һыуҙа 80-85 көндән һуң сумешбаштар кескенә бакаға әүрелә һәм һалҡын һыуҙы ташлап ҡоро ергә сыға.