Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә
 
|Карта = Bien Dong.png
}}
'''Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе''' ({{lang-ms|Laut China Selatan}}, {{lang-vi|Biển Đông}}, {{lang-zh|南海}}, {{lang-tl|Dagat Luzon}}, {{lang-id|Laut Cina Selatan}})  — [[Тымыҡ океан]]дың ярым ябыҡ диңгеҙе. Диңгеҙ [[Көньяҡ-Көнсығыш Азия]]ның яр буйында, [[Һинд-Ҡытай]] ярымутрауы, [[Калимантан]], Палаван, [[Лусон]] һәм [[Тайвань утрауы|Тайвань]] утрауҙары араһында урынлашҡан.
 
[[Һинд океаны|Һинд]] һәм [[Тымыҡ океан]]дары араһындағы Австралия-Азия урта диңгеҙ бассейндары составына инә<ref>[http://geosfera.info/aziya/613-yuzhno-kitayskoe-more-more-v-tihom-okeane.html Море в Тихом океане]</ref>.
 
Майҙаны  — 3 537 289 км², максималь тәрәнлеге  — 5560  м, уртаса тәрәнлеге  — 1024  м. Һыуҙың өҫкө температураһы февралдә төньяҡта  — 20 °С-тан алып көньяҡта  — 27 °С-ҡа тиклем, августа бөтә майҙаны буйынса 28—29 °С-ҡа тиклем барып етә. Һыуҙың тоҙлолоғо  — 32—34  ‰. Йәйен һәм көҙөн йыш ҡына тайфундар күҙәтелә. Һыу ҡалҡыуҙары дөрөҫ түгел, тәүлекле һәм ярым тәүлекле, 4 метрға етә.
 
Парасель һәм Спратли утрауҙары түбән, мәрйен ҡомонан төҙөлгән һәм ҡыҫҡа үҫемлектәр менән ҡапланған. Улар араһында күп кенә мәрйен рифтары һәм һыу аҫты атоллдары ята. Айырыуса Наньша утрауҙары араһында рифтар күп.
 
Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенең иң ҙур ҡултыҡтары  — Бакбо (Тонкин) һәм [[Сиам ҡултығы|Сиам]], иң ҙур утрауы  — Хайнань.
 
== Төп порттары ==