Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
43 юл:
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
 
=== «Яҡтыға» трилогияһы ===
=== Әҫәрҙәре ===
«Яҡтыға» трилогияһы — тарихи-революцион әҫәр. Өс китап-романдан: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш». Ваҡиғалар төп героиня Гөлйемеш-Емеш исемле ҡыҙ тарафынан һөйләнелә.
* «Яҡтыға» трилогияһы
Емештең әсәһе Сәғүрә үлеп ҡалғас, ҡыҙҙың ике апаһы — Бибеш, Йәнеш һәм ағаһы Иштуған өсөн яңы тормош, бер үк ваҡытта ауырлыҡтар башлана. Атаһы Байгилде күрше ауылдан Сәрбиямал исемле, үҙенең балалары булмаған уҫал, үҙ һүҙле ҡатынды балаларына үгәй әсәй итеп алып ҡайта. Сәрбиямал үҙе әсә булып ҡарамаған, был тойғоно татымаған кеше — балаларға артыҡ уҫал, талапсан була. Үҫмерлектән яңы сығып килгән Бибеште күрше ауылға оло ғына кешегә, Хөснөлхаҡҡа кейәүгә, уҫал ҡәйнә янына көсләп бирәләр. Өйҙә ҡалған өс балаға ла «көн» булмай. Аҙаҡ үгәй әсәнең өгөтө менән үҙ ауылына, Байгилдене ғаиләһе менән күсереп алып ҡайтыуға өлгәшә. Бына ошондағы кәмһетелеүҙәр, (бигерәк тә, бай балалары тарафынан), «килмешәк» тип атауҙарын кескәй Емеш ауыр кисерә һәм беренсе китаптың да исемен тап «Кәмһетелгәндәр» тип атауы осраҡлы түгел. Бында шулай уҡ үгәй әсәнең Әхмәтша исемле ҡомһоҙ бер бай менән атаһына хыянат итеүе, Иштуғандың Айһылыу исемле ҡыҙҙы урлап китеүен, апаһы Йәнеш менән Сәрбиямал тарафынан ҡыйырһытылыуҙары хаҡында ла һүҙ бара.
 
Икенсе китап «Оло Эйек буйында» — был Емештәрҙең йәшәгән ауылы, исеменән үк күренеүенсә Оло Эйек исемле йылға буйында йәшәүҙәре хаҡында һүҙ бара. Китаптың башында уҡ, аҡтар тарафынан Йәнешкә снаряд ярсығы тейеп үлә, атаһы ла үлеп ҡала. Уларҙың артынса уҡ ағаһы менән еңгәһе Ҡыҙыл армияһы сафында ҡайтып төшәләр һәм Емеш Бибештәрҙә ваҡытлыса йәшәй башлай. Апаһы менән йәшәгән осорҙа Емеш ҡоҙағыйы Таибә әбейҙең оло йөрәкле, ҡыйыу, тормош ауырлыҡтарына баҙап ҡалмаған, уңған кеше-әсә икәнен аңлай.
 
Өсөнсө китап — «Емеш» — төп героиняның балалыҡ осоронан сығып, тормошҡа яңыса бағыуы, ауылда ағаһы Иштуғандар тарафынан асылған мәктәптә уҡыуы, һуңынан Ырымбурға китеп уҡыуы, унда яңы дуҫтар табыуы, Байрас менән беренсе мөхәббәт тарихы ла яҙыла.
 
=== Башҡа әҫәрҙәре ===
* «Кәмһетелгәндәр» романы
* «Оло Эйек буйында» романы
Юл 67 ⟶ 74:
* Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй.
* «[[Башинформ]]» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева төрки донъяһының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелгән<ref>{{cite web |url=http://www.bashinform.ru/bash/733696/|title=''Аралбаева Ләйлә.'' Башҡорт яҙыусыһы төрки донъяһының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелгән|date=2015-05-28|publisher=[[Башинформ|«Башинформ»]]|accessdate=2015-05-29}}</ref>.
 
== Әҫәрҙәре ==
 
=== «Яҡтыға» трилогияһы ===
«Яҡтыға» трилогияһы — тарихи-революцион әҫәр. Өс китап-романдан: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш». Ваҡиғалар төп героиня Гөлйемеш-Емеш исемле ҡыҙ тарафынан һөйләнелә.
Емештең әсәһе Сәғүрә үлеп ҡалғас, ҡыҙҙың ике апаһы — Бибеш, Йәнеш һәм ағаһы Иштуған өсөн яңы тормош, бер үк ваҡытта ауырлыҡтар башлана. Атаһы Байгилде күрше ауылдан Сәрбиямал исемле, үҙенең балалары булмаған уҫал, үҙ һүҙле ҡатынды балаларына үгәй әсәй итеп алып ҡайта. Сәрбиямал үҙе әсә булып ҡарамаған, был тойғоно татымаған кеше — балаларға артыҡ уҫал, талапсан була. Үҫмерлектән яңы сығып килгән Бибеште күрше ауылға оло ғына кешегә, Хөснөлхаҡҡа кейәүгә, уҫал ҡәйнә янына көсләп бирәләр. Өйҙә ҡалған өс балаға ла «көн» булмай. Аҙаҡ үгәй әсәнең өгөтө менән үҙ ауылына, Байгилдене ғаиләһе менән күсереп алып ҡайтыуға өлгәшә. Бына ошондағы кәмһетелеүҙәр, (бигерәк тә, бай балалары тарафынан), «килмешәк» тип атауҙарын кескәй Емеш ауыр кисерә һәм беренсе китаптың да исемен тап «Кәмһетелгәндәр» тип атауы осраҡлы түгел. Бында шулай уҡ үгәй әсәнең Әхмәтша исемле ҡомһоҙ бер бай менән атаһына хыянат итеүе, Иштуғандың Айһылыу исемле ҡыҙҙы урлап китеүен, апаһы Йәнеш менән Сәрбиямал тарафынан ҡыйырһытылыуҙары хаҡында ла һүҙ бара.
 
Икенсе китап «Оло Эйек буйында» — был Емештәрҙең йәшәгән ауылы, исеменән үк күренеүенсә Оло Эйек исемле йылға буйында йәшәүҙәре хаҡында һүҙ бара. Китаптың башында уҡ, аҡтар тарафынан Йәнешкә снаряд ярсығы тейеп үлә, атаһы ла үлеп ҡала. Уларҙың артынса уҡ ағаһы менән еңгәһе Ҡыҙыл армияһы сафында ҡайтып төшәләр һәм Емеш Бибештәрҙә ваҡытлыса йәшәй башлай. Апаһы менән йәшәгән осорҙа Емеш ҡоҙағыйы Таибә әбейҙең оло йөрәкле, ҡыйыу, тормош ауырлыҡтарына баҙап ҡалмаған, уңған кеше-әсә икәнен аңлай.
 
Өсөнсө китап — «Емеш» — төп героиняның балалыҡ осоронан сығып, тормошҡа яңыса бағыуы, ауылда ағаһы Иштуғандар тарафынан асылған мәктәптә уҡыуы, һуңынан Ырымбурға китеп уҡыуы, унда яңы дуҫтар табыуы, Байрас менән беренсе мөхәббәт тарихы ла яҙыла.
 
== Иҫкәрмәләр ==