Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
23 юл:
}}
[[Рәсем:Zajnab1.jpg |thumb|right|Зәйнәб Биишева беренсе Президент [[Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы| Мортаза Рәхимов]] менән]]
'''Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, Зәйнәб Биишева''' (15.01.1908 — 24.08.1996) — [[башҡорт теле|башҡорт]] яҙыусыһы, шағирә, прозаик, драматург, тәржемәсе. [[Башҡортостан]]дың халыҡ яҙыусыһы, [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты, өс «Почёт Билдәһе» ордены кавлеры.
 
== Тормошо ==
[[1908]] йылдың [[15 ғинуар]]ында [[Башҡортостан]]дың [[Күгәрсен районы]] [[Туйөмбәт]] ауылында тыуған. [[1996]] йылдың [[24 август|24 авгусында]] [[Өфө]] ҡалаһында вафат булған.
 
[[Ырымбур башҡорт педагогия техникумы]]н тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа [[Баймаҡ районы]] Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.
36 юл:
1951 йылдан — профессиональ яҙыусы.
 
1996 йылдың 24 авгусында [[Өфө]] ҡалаһында вафат булған.
 
== Ижады ==
60-лап китабы [[Рәсәй]]ҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы]]на лайыҡ була.
 
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
 
=== Әҫәрҙәре ===
Иң билдәле ижад емештәре:
* «Яҡтыға» трилогияһы
* «Кәмһетелгәндәр» романы