Шәриф Сөнчәләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
һылтанма, категория, дата
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Тормошо ==
Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сүнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сүнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә [[Һарытау]] губернаһының [[Хвалын өйәҙе]]<ref name="Х" /> [[Иҫке Мәстәк]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сүнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сүнчәләй [[Пермь губернаһы]]ның [[Сараш (Барҙа районы)|Сараш]] урыҫ-башкорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул [[Өфө губернаһы]]ның [[Бәләбәй өйәҙе]] [[Ҡарғалы]] ауылынаауылында күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.
 
[[Февраль революцияһы]] ваҡытында Шәриф Сүнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.
32 юл:
[[Октябрь революцияһы]]нан һуң Шәриф Сүнчәләй төрлө комитеттарҙа эшләй, Өфө губерна Советы эргәһендәге башҡорт-татар комиссариатының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була, ваҡытлы матбуғат биттәрендә буржуаз милләтселәрҙе һәм контрреволюционерҙарҙы фашлай. 1919 йылдың йәйендә Өфө Колчак ғәскәрҙәренән азат ителгәс, ул губернала мәғариф эштәрен әүҙем ойоштороусыларҙың береһе була, [[Өфө]]лә һәм ауылдарҙа уҡыу йорттары асыуҙа ҡатнаша, яңыса уҡытыу-тәрбиә эшенең асылын халыҡҡа аңлата, наҙанлыҡты бөтөрөү саралары күрә.
 
1922—1927 йылдарҙа Шәриф Сүнчәләй Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары, социаль тәрбиә идаралығы мөдире, ғилми-методик үҙәк рәйесе һәм коллегия ағзаһы була. Был осорҙа ул мәктәп, педагогия техникумдары һәм [[Өфө халыҡ мәғарифы институты]] уҡытыусыларын, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен үҙ тирәһенә туплай, уларҙың барлыҡ көсөн һәм тырышлыҡтарын уҡытыу-тәрбиә эшенең фәнни-ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтә.
 
Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатында, фәнни-методик академия үҙәгендә Шәриф Сүнчәләй [[Шакиров Закир Шакир улы|З. Шакиров]], Н. Чижов, [[Мансуров Әхтәм Әхмәт улы|Ә. Мансуров]], Хөсни Усман, С. Ямалиев менән бергә яңы педагогика һәм методика талаптарына яуап биргән уҡытыу программалары, дәреслектәр һәм башҡа әсбаптар төҙөү буйынса ҙур эш башҡара. 1927 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институтына етәкселек итеүҙе көсәйтеү маҡсатында Шәриф Сүнчәләй был уҡыу йортоноң директоры итеп тәғәйенләнә.