Шәриф Сөнчәләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
һылтанма, категория, дата
8 юл:
|род деятельности = Педагог, этнограф
|дата рождения = 03.11.1885
|место рождения = [[Һарытау губернаһы]], [[Хвалын өйәҙе]], [[Иҫке Мәстәк]] ауылы<ref name="Х">Хәҙер {{ТУ|Ульяновск өлкәһе}}, Иҫке Кулаткы районы.</ref>
|гражданство = {{Флагификация|Российская империя}} →<br /> [[Файл:Флаг башкир.png|22px|border]] [[Бәләкәй Башҡортостан|Башҡортостан]] →<br />{{Флагификация|СССР}}
 
|дата смерти = 19569.11.1959
|место смерти = {{ВБУ|Мәскәү}}
|отец =
|мать =
21 юл:
}}
 
'''Сүнчәләев Шәриф Хәмиҙулла улы, (1885—1956)Шәриф Сүнчәләй''' ([[3 ноябрь]] [[1885]], [[Һарытау губернаһы]], Хвалын өйәҙе, Иҫке Мәстәк ауылы — [[9 ноябрь]] [[1959]], [[Мәскәү]]) — Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы күренекле хеҙмәткәр, этнограф, иҡтисадсы, талантлы педагог. Милләте — [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сүнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сүнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә [[Һарытау]] губернаһының [[Хвалын өйәҙе]]<ref name="Х" /> [[Иҫке Мәстәк]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сүнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сүнчәләй [[Пермь губернаһы]]ның [[Сараш (Барҙа районы)|Сараш]] урыҫ-башкорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул [[Өфө губернаһы]]ның [[Бәләбәй өйәҙе]] [[Ҡарғалы]] ауылына күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.
 
[[Февраль революцияһы]] ваҡытында Шәриф Сүнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.
34 юл:
1922—1927 йылдарҙа Шәриф Сүнчәләй Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары, социаль тәрбиә идаралығы мөдире, ғилми-методик үҙәк рәйесе һәм коллегия ағзаһы була. Был осорҙа ул мәктәп, педагогия техникумдары һәм [[Өфө халыҡ мәғарифы институты]] уҡытыусыларын, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен үҙ тирәһенә туплай, уларҙың барлыҡ көсөн һәм тырышлыҡтарын уҡытыу-тәрбиә эшенең фәнни-ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтә.
 
Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатында, фәнни-методик академия үҙәгендә Шәриф Сүнчәләй [[Шакиров Закир Шакир улы|З. Шакиров]], Н. Чижов, [[Мансуров Әхтәм Әхмәт улы|Ә. Мансуров]], Хөсни Усман, С. Ямалиев менән бергә яңы педагогика һәм методика талаптарына яуап биргән уҡытыу программалары, дәреслектәр һәм башҡа әсбаптар төҙөү буйынса ҙур эш башҡара. 1927 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институтына етәкселек итеүҙе көсәйтеү маҡсатында Шәриф Сүнчәләй был уҡыу йортоноң директоры итеп тәғәйенләнә.
 
Мәғарифты ойоштороу буйынса бай тәжрибә туплаған Шәриф Сүнчәләй бында эшләгән ике йыл эсендә институтты юғары уҡыу йорто —- [[Башҡорт дәүләт педагогия институты]] итеп үҙгәртеүгә ҙур хеҙмәт индерә. Педагогия институты юғары белемле кадрҙар менән нығытыла, Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттары араһында үҙ урынын ала.
44 юл:
 
1938 йылда Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сүнчәләев нигеҙһеҙ эҙәрләүҙәргә дусар ителә, әммә 1956 йылда тулыһынса аҡланып, нахаҡ бәләләр кире алына.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Ергин Ю. В. Ш. Х. Сюнчелей (1885—1959). — Уфа, 2006.
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013У|index.php/prosmotr/2-statya/3692-syunchelej-sharif}}
* К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
 
[[Категория:БашҡортостанТарих шәхестәрефәндәре кандидаттары]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университеты ректорҙары]]