Водянова Наталья Михайловна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
83 юл:
 
== Хәйриәлек эшмәкәрлеге ==
2004 йылда [[Рәсәй]]ҙә һәм сит илдәрҙә балалар майҙансыҡтары төҙөү менән шөғөлләнгән [[«Асыҡ йөрәктәр» фонды|«Асыҡ йөрәктәр»]] ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''[[Обнажённые сердца|«Обнажённые сердца»]]'', [[инглиз теле|инглизса]] ''The Naked Heart Foundation'') исемле үҙ фондын булдыра. Дөйөм алғанда был фонд [[Рәсәй]]ҙең 68 ҡалаһында 100-ҙән артыҡ уйын майҙансығы һәм паркы төҙөнө лә инде. Улар араһынан бигерәк тә аҡыл үҫешендә норманан тайпылыштары булған балалар өсөн йыһазландырылған уникаль уйын майҙансығы айырым иғтибарға лайыҡ.
 
2011 йылдан Наталья Водянованың фонды «Һәр бала ғаиләгә лайыҡлы» ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''«Каждый ребёнок достоин семьи»'') программаһын тормошҡа ашыра. Ул [[Рәсәй]]ҙә киң таралған үҫешендә үҙенсәлектәре булған балаларҙан баш тартыу күренешен (осраҡтарын) бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Был программаға ярашлы Түбәнге Новгородта «Ғаиләне яҡлау үҙәге», [[Тула өлкәһе]]ндә «Лекотека» ойошторған.