Өмә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
1 юл:
'''Өмә''' — ярҙам итеү ниәте менән күмәкләп башҡарылған эш<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref><ref>Коллективная помощь; в мифологии направлено на про-ецированиепроецирование изобилия, благополучия. Слово восходит к общеалтайскому иmе~ümе ‘объединяться’. Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2</ref>; [[башҡорттар]]ҙа бер-береңә ярҙам итеү йолаһы, община эсендә үҙ-ара мөнәсбәттәр нормаларының береһе.
 
Күмәкләп ауылдарҙы төҙөкләндереү, юл һәм күперҙәр төҙөү, мәсет һ.б. һалыуҙа (ҡағиҙә булараҡ, был эштәрҙә ир-ат ҡатнашҡан) өмә айырыуса әһәмиәтле форма булып һаналған. Уны ойоштороу буйынса ҡарарҙы [[аҡһаҡалдар ҡоро]] ҡабул иткән. [[Башҡорт общинаһы]] тормошонда янғын ваҡытында, башҡа тәбиғи бәлә-ҡаза килгәндә, [[туй йолалары]], [[ерләү йолалары]] үткәргәндә өмәнең әһәмиәте ҙур булған. Ағас әҙерләгәндә, өй, мунса, келәт төҙөгәндә, ер һөргәндә, бесән сапҡанда, ураҡ урғанда, иген һуҡҡанда, ат көсө менән көлтә әҙерләгәндә һ.б. өмәгә ир-атты саҡырғандар. Ҡатын-ҡыҙ күмәкләп өй эштәрен: [[кейеҙ баҫыу]], [[тула баҫыу]], [[туҡыусылыҡ]], йөн иләү, [[киндер йомшартыу]], [[еп иләү һәм бәйләү]], [[бирнә әҙерләү]] һ.б. эшләү өсөн йыйылғандар; күп кенә райондарҙа ҡаҙ өмәһе үткәреү йолаһы барлыҡҡа килгән. Ит әҙерләү, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, ураҡ урыу, иген һуғыу һәм башҡа төр эштәр менән ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнгән. Эштәр тамамланғас, өмәлә ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн башҡорт аш-һыуының традицион ризыҡтарын ([[бишбармаҡ]], [[ҡымыҙ]] һ.б.) әҙерләгәндәр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өмә» битенән алынған