Өмә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
1 юл:
'''Өмә''' — ярҙам итеү ниәте менән күмәкләп башҡарылған эш<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref><ref>Коллективная помощь; в мифологии направлено на про-ецирование изобилия, благополучия. Слово восходит к общеалтайскому иmе~ümе ‘объединяться’. Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2</ref>; [[башҡорттар]]ҙа бер-береңә ярҙам итеү йолаһы, община эсендә үҙ-ара мөнәсбәттәр нормаларының береһе.
 
Күмәкләп ауылдарҙы төҙөкләндереү, юл һәм күперҙәр төҙөү, мәсет һ.б. һалыуҙа (ҡағиҙә булараҡ, был эштәрҙә ир-ат ҡатнашҡан) өмә айырыуса әһәмиәтле форма булып һаналған. Уны ойоштороу буйынса ҡарарҙы [[аҡһаҡалдар ҡоро]] ҡабул иткән. [[Башҡорт общинаһы]] тормошонда янғын ваҡытында, башҡа тәбиғи бәлә-ҡаза килгәндә, [[туй йолалары]], [[ерләү йолалары]] үткәргәндә өмәнең әһәмиәте ҙур булған. Ағас әҙерләгәндә, өй, мунса, келәт төҙөгәндә, ер һөргәндә, бесән сапҡанда, ураҡ урғанда, иген һуҡҡанда, ат көсө менән көлтә әҙерләгәндә һ.б. өмәгә ир-атты саҡырғандар. Ҡатын-ҡыҙ күмәкләп өй эштәрен: [[кейеҙ баҫыу]], [[тула баҫыу]], [[туҡыусылыҡ]], йөн иләү, [[киндер йомшартыу]], [[еп иләү һәм бәйләү]], [[бирнә әҙерләү]] һ.б. эшләү өсөн йыйылғандар; күп кенә райондарҙа ҡаҙ өмәһе үткәреү йолаһы барлыҡҡа килгән. Ит әҙерләү, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, ураҡ урыу, иген һуғыу һәм башҡа төр эштәр менән ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнгән. Эштәр тамамланғас, өмәлә ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн башҡорт аш-һыуының традицион ризыҡтарын ([[бишбармаҡ]], [[ҡымыҙ]] һ.б.) әҙерләгәндәр.
 
Башҡорттарҙа йола, бер ни ҡәҙәр үҙгәреп, һаҡланып ҡалған, хәҙер ҙә айырым ғаилә ниндәйҙер ашығыс эш эшләргә кәрәк булһа (урман ҡырҡыу, өй төҙөү, бесән сабыу, ураҡ урыу, иген һуғыу һ.б.) туғандарын һәм күршеләрен саҡыра. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тула баҫыу, орсоҡ иләү, киндер иләү, етен иләү һ.б. өмәләре традицияға әйләнгән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өмә» битенән алынған