«Почёт Билдәһе» ордены: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ордендың һүрәтләнеше: өҫтәмә мәғлүмәт
45 юл:
== Ордендың һүрәтләнеше ==
«Почёт Билдәһе» ордены ике яҡ ҡырыйынан имән ботактары менән уратып алынған овал формала. Үҙәктә үҙҙәренән уң һәм һул яҡта бер тигеҙ арауыҡта урынлашҡан «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән яҙыулы байраҡтар күтәргән эшсе ир һәм эшсе ҡатын фигуралары ҡуйылған.
 
Ордендың өҫкө өлөшөндә биш мөйөшлө йондоҙ, уның аҫтында байраҡтар фонында «СССР» тигән рельефлы яҙыу. Ордендың аҫҡы өлөшөндә — «Почет Билдәһе» тигән рельефлы яҙыу.
 
«Почёт Билдәһе» ордены көмөш металдан эшләнә, уның бейеклеге 46 мм, киңлеге 32,5 мм.
 
«Почёт Билдәһе» ордены 1988 йылда «Почёт ордены»на әйләнгәндән һуң уның тышҡы күренешенә ҙур булмаған үҙгәрештәр индерелә: ордендың аҫҡы өлөшөндәге «Почёт Билдәһе» тигән яҙыу ураҡ менән сүкеште уратып алған ике лавр ботағының рельефлы һүрәте менән алмаштырылған. Был һүрәт орденға ике штиф ярҙамында беркетелә.
 
«Почёт Билдәһе» орденынан «Почёт ордены»на күскәндә билдәләрҙең һан тәртибе үҙгәрмәй.
 
== Сығанаҡтар ==