Йөрәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
 
== Кеше йөрәгенең төҙөлөшө ==
Йөрәктең төҙөлөшө был ағза башҡарған эш менән турана-тура бәйле. Йөрәк тоташ бүлге менән ике өлөшкә  — һул һәм уң өлөштәргә бүленгән. Был ике өлөш үҙ сиратында бер-береһенә тоташҡан ике бүлеккә бүленә: өҫкөһө  — ''йөрәк алды'', аҫҡы бүлек  — ''ҡарынсаҡ'' тип йөрөтөлә. Шулай итеп, барлыҡ имеҙеүсе хайуандарҙыҡы кеүек, кеше йөрәге лә дүрт камералы: ул ике йөрәк алдынан һәм ике ҡарынсыҡтан тора.
 
Йөрәк алдарының көбө ҡарынсыҡтар көбөнә ҡарағанда байтаҡҡа йоҡараҡ. Был йөрәк алдары башҡарған эштең сағыштырмаса ҙур булмауына бәйләнгән. Улар ҡыҫҡарғанда, [[ҡан]] ҡарынсыҡтарға инә. Артабан ҡарынсыҡтар байтаҡҡа күберәк эш башҡара: [[ҡан]]ды тамырҙарҙың [[организм]] буйлап һуҙылған бар оҙонлоғо буйынса ҡыуа. Һул ҡарынсыҡтың мускул көбө уң ҡарынсыҡтыҡына ҡарағанда ҡалыныраҡ, сөнки ул тағы ла ҙурыраҡ күләмдә эш башҡара. Һәр йөрәкә алды менән ҡарынсыҡ араһындағы сиктә ҡапҡас һымаҡ ике яҡҡа асыла торған клапандар бар. Улар тарамыш ептәре менән йөрәк көптәренә беркетелгән. Был  — ''япраҡлы клапандар''.
 
== Йөрәктең эше ==
Йөрәк эшмәкәрлеге йөрәк циклының өс фазаһының ритмлы алмашыныуынан: йөрәк алдарының ҡыҫҡарыуынан, ҡарынсыҡтарҙың ҡыҫҡарыуынан һәм йөрәктең дөйөм йомшарыуынан тора. Бөтә йөрәк циклының дауамлығы яҡынса 0,8 [[секунд]]ҡа тиң. Йөрәктең дөйөм йомшарыуы фазаһына яҡынса 0,4 секунд тура килә. Ике ҡыҫҡарыу араһындағы бындай ял йөрәк мускулының эшкә һәләтлеген тулыһынса элекке хәленә ҡайтарыу өсөн етерлек була.
 
Йөрәк мускулының үҙендә тыуыусы импульстар тәьҫирендә йөрәктең ритмлы ҡыҫҡарыуға һәләтле булыуы ''йөрәк автоматияһы'' тигән атама алған. Автоматия йөрәктең [[нервы системаһы]]на сағыштырмаса бәйләнешһеҙ эшләүен тәьмин итә. Йөрәк ритмлы ҡыҫҡара. Сағыштырмаса тыныс хәлдә йөрәк [[минут]]ына сама менән 70  — 75 тапҡыр ҡыҫҡара.
 
Йөрәк алдары ҡыҫҡарғанда, клапандарҙың япраҡтары ҡарынсыҡтар эсенә һалынып төшә, һәм [[ҡан]] йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға иркен үтә. Ҡарынсыҡтар ҡыҫҡарғанда, япраҡтарҙың клапандары ябыла һәм йөрәк алдарына инеү юлын томалай. Был [[ҡан]]дың тик бары бер йүнәлештә генә — йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға табан ғына хәрәкәтләнеүен тәьмин итә. Йөрәктең ҡыҫҡарыуын ''йөрәк мускулы'' тәьмин итә, ул һөлдәнең арҡыры һыҙатлы мускулына оҡшаш. Йөрәк мускулында айырым [[күҙәнәк]]тәр бар, уларҙа ваҡыт-ваҡыт (периодик) рәүештә ярһыуҙар тыуа, һәм улар ике йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтарҙың мускуллы көптәренә тапшырылып тора. Шға күрә йөрәктең бүлектәре бер-бер артлы: тәүҙә йөрәк алдары, унан һуң ҡарынсыҡтар ҡыҫҡара. Йөрәк алдарының икеһенең дә 0,1 [[секунд]] самаһы дауам иткән ҡыҫҡарыуы ваҡытында бөтә ҡан ҡарынсыҡтарға килеп инә. Унан һуң йөрәк алдары йомшара, ә ике ҡарынсыҡ та ҡыҫҡарып, ҡанды ''аортаға'' һәм ''үпкә артерияһына'' этеп сығара. Ҡарынсыҡтарҙың ҡыҫҡарыуы 0,3 [[секунд]] самаһы дауам итә, ә унан һуң улар йомшара һәм артабанғы 0,4 [[секунд]] эсендә бөтә йөрәк мускулы тыныс йәки дөйөм йомшарған хәлдә ҡала.
 
== Сығанаҡтар ==
29 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В.  Серов. /  — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 {{ref-ru}}
* Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. {{ref-ru}}
35 юл:
* Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
 
[[Категория:АнатомияЙөрәк һәм ҡан тамыры системаһы]]
[[Категория:Йөрәк]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йөрәк» битенән алынған