«Почёт Билдәһе» ордены: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"{{Карточка награды |Название = «Почёт Билдәһе» ордены,<br /> Почёт ордены |И…" исемле яңы бит булдырылған
 
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
19 юл:
}}
{{значения|Орден Почёта}}
'''«Почёт Билдәһе» ордены''' — СССР-ҙың дәүләт наградаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары нигеҙендә 1935 йылдың 25 ноябрендә булдырылған. СССР Юғары Советы Президиумынының 1988 йылдың 28 декабрендәге Указы менән уның атамаһы «Почёт ордены» итеп үҙгәртелә, награданың яңы статусы һәм яңыртылған һүрәтләмәһе раҫлана. 1991 йылғаса «Почёт Билдәһе» һәм Почёт ордены менән 1 миллион 581 меңгә яҡын бүләкләү булған.
 
== Ордендың статусы ==
29 юл:
«Почёт Билдәһе» ордены менән шулай уҡ СССР граждандары булмаған шәхестәр , сит дәүләттәрҙең пердприятие, учреждение, ойошма һәм халыҡ йәшәгән тораҡ пункттары ла бүләкләнә ала.
 
3. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләү нигеҙҙәре:
* етештереү, промышленность, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт, элемтә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, торлоҡ-коммуналь хужалығы, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарындағы юғары күрһәткестәр өсөн;
* юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән, продукцияның сифатын яҡшыртҡан, уны етештереүҙә материаль һәм хеҙмәт тотоноуҙарҙы кәметкән, йәмәғәт проиводствоһының эффектлығын күтәреүҙәге уңыштар өсөн;
* план заданиеларын үтәү һәм арттырып үтәү буйынса социалистик ярыштағы юғары к-рһәткестәр өсөн;
* производствоға яңы техника һәм технология, алдынғы тәжрибә индергән һәм үтә ҡиммәтле уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре өсөн;
* ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендәге уңыштар өсөн;
* совет мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм сәнғәте өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштар, йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм коммунистик тәрбиә биреүҙәге, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙәге, физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге һәм йәмғиәткә файҙалы башҡа эшмәкәрлектәге уңыштар өсөн;
* илдең оборона һәләтлелеген нығытыуҙағы ҡаҙаныштар өсөн;
* юғары нәтижәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн;
* СССР менән башҡа дәүләттәр араһындағы иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм башҡа бәйләнештәрҙе үҫтереүҙәге ҡаҙанышта өсөн;
* кеше ғүмерен ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, тәбиғи ғәрәсәттәр менән көрәшкәндәге ҡыйыу һәм тапҡыр эш иткән һәм башҡа гражданлыҡ ҡаһарманлыҡтар өсөн.
 
4. «Почёт Билдәһе» ордены күкрәктең һул яғына тағыла һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған хәлдә Халыҡтар дуҫлығы орденынан һуң урынлаштырыла.