Ибраһими диндәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә [r2.5.2] робот өҫтәне: ckb:ئایینە ئیراهیمییەکان
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Донъяла киң таралған ибраһими диндәр һанына [[йәһүҙилек]], [[христианлыҡ]] һәм [[ислам]] инә.
 
Йәһүҙилек үҙен Ибраһим пәйғәмбәрҙең ейәне [[Яҡуп]]тың тоҡомоноң дине тип таныта — [[туфан ҡалҡыу|туфан ҡалҡҡандан]] һуң кеше нәҫелен тергеҙгән [[Нух]]тың иң яратҡан улы [[Сам]] булған, Ибраһим иһә Самдың тура тоҡомонан килә.
Христианлыҡ [[I быуат]]та йәһүҙилектең бер йүнәлеше булараҡ башланып, үҙенсәлекле ҡараш-тәртиптәрен тиҙ үҫтерә һәм айырым дингә әүерелә; уның айырмалы һыҙаттарының иң мөһиме — йәһүҙилектең "айырым алынған халыҡтың махсус дине" үҙаңы урынына "бар халыҡтарҙың дини берләшмәһе" (йәғни христиан сиркәүе) идеяһы.
Ислам [[VII быуат]]та [[Мөхәммәт|Мөхәммәт пәйғәмбәр]] тарафынан [[Ҡөрьән]] тәғлимәттәренә терәлеп нигеҙләнә; уның тәү тамырҙары йәһүҙилек һәм христианлыҡ менән йәнәш килә һәм ерле [[ғәрәптәр|ғәрәп]] ғөрөф-ғәҙәттәренә таяна. Исламдың үҙенсәлекле һыҙаты ─ христианлыҡҡа оҡшаш бөтә кешеләр һәм бар халыҡтар өсөн асыҡ булыуы һәм шул уҡ ваҡытта христианлыҡтың ҡатмарлы "бер уҡ ваҡытта бөр бөтөн һәм өс заттан тороусы" тигән [[Аллаһ|Аллаға]] ҡарашы урынына асыҡтан-асыҡ берҙәм монотеистик ҡарашы.
17 юл:
 
[[Рәсем:Worldwide percentage of Adherents by Religion.png|thumb|300px|Донъяла диндәр таралышы (%)]]
Бөгөнгө көндә, ошо өс динде барлығы 3.8 миллиард самаһы кеше тота — был ер йөҙөндә торған бөтә халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә.
 
Ибраһими диндәр донъяла таралған башҡа диндәргә, әйтеп үткәндә [[индуизм]]ға, [[буддизм]]ға, [[сикхизм]]ға, [[джайнизм]]ға, [[конфуцианлыҡ]]ҡа һәм [[даосизм]]ға ҡаршы ҡуйыла. Был диндәр [[Һиндостан]]да таралған [[дхарма|дхармик]] һәм Көнсығыш Азияла таралған [[Дао|даоик]] дин төркөмдәренә ҡарай.
 
== Башҡа ибраһими диндәр ==
Үрҙә күрһәтелгән өс диндән тыш, түбәндәгеләр ҙә ғәҙәттә Ибраһими диндәр һанына инә, тип иҫәпләнә. Был диндәрҙең өсөһө лә сикләнгән төбәктәрҙә генә таралған:
* [[растафарианлыҡ]]
* [[бахаи]]