Андаман диңгеҙе: өлгөләр араһындағы айырма
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) "{{Море |Название = Андаман диңгеҙе |Изображение = LocationAndamanSea.png |…" исемле яңы бит булдырылған |
(айырмалар юҡ)
|
02:59, 17 май 2015 өлгөһө
Андама́н диңгеҙе (һинд अंडमान सागर, бирм. မုတ္တမ, тай. ทะเลอันดามัน, мал. һәм индон. Laut Andaman) — Һинд океанының ярым ябыҡ диңгеҙе. Көнсығышта Һинд-Ҡытай һәм Малакка ярымутрауҙары, көньяҡта Суматра утрауы, көнбайышта Андаман һәм Никобар утрауҙары (улар Бенгал ҡултығы менән айыра) уратып алған. Төньяҡта материк буйлап Иравади йылғаһы дельтаһына тиклем дауам итә.
Андаман диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 605 000 км² |
Күләме | 660 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 4507 м |
Уртаса тәрәнлек | 1043 м |
Андаман диңгеҙе Викимилектә |
Тауисирлама
Малакка боғаҙы аша Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе тоташа. Майҙаны — 605 мең км², уртаса тәрәнлек — 1043 м, максималь тәрәнлек — 4507 м, һыуҙың уртаса күләме яҡынса 660 мең км³. Диңгеҙ төбө балсыҡ һәм ҡом менән түшәлгән, төньяҡтан көньяҡҡа табан әүҙем вулканлы дуға (һыу аҫты вулкандары, Баррен һәм Наркондам утрауҙары) киҫеп үтә.
Климаты дымлы муссонлы тропик. Өҫкө температураһы ҡышын 27,5 °C-тан алып йәйен 30 °C-ҡа тиклем була, ә тәрән ҡатламдарҙа (1600 метрҙан тәрәнерәк) һыуҙың температураһы 4,8—5 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөмдәр йылына 3000 мм-ҙан ашыу була. Ҡышын ағымдар көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа, ә йәйен — көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа йүнәлтелгән. Масштаблы эске тулҡындар менән айырылып тора. Һыуҙың уртаса температураһы февралдә 26 °C-тан алып 28 °C-ҡа тиклем булһа, майҙа 29 °C-ҡа тиклем күтәрелә.
Тоҙлолоғо йәйен 31,5—32,5 ‰, ҡышын 30,0—33,0 ‰. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә йылғалар ағыҙылған һыуҙар һәм муссондар тәьҫире арҡаһында тоҙлолоҡ 20—25 ‰-гә тиклем төшә.
Ярымтәүлекле һыу ҡалҡыуҙарының бейеклеге 7,2 метрға тиклем етә.
Бай хайуандар донъяһы (яҡынса 400 төр балыҡтар): Иравади дельфины, дюгонь, осар балыҡтар, көньяҡ сельды, риф балыҡтары, елкән-балыҡтар һәм башҡалар бар.
Төп порттары: Янгон (Мьянма), Пенанг (Малайзия). Андаман диңгеҙе аша Сингапурға ҙур әһәмиәтле юл үтә.
2004 йылдың декабрендә Андаман диңгеҙендә ҙур емергесле цунами барлыҡҡа килтергән ер тетрәүе була.