Йыландар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, removed: Link GA using AWB
27 юл:
 
==Төрҙәре==
Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле.[[ Антарктида]]нан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда туҙбаш йыландар ([[баҡыр йылан]], [[таш йыланы]], [[һыу туҙбаш йыланы]] һәм [[ябай туҙбаш йылан]]) һәм [[ҡара йылан]]дар (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар.
 
 
==Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама==
{{Дополнительно|Һөлдә}}
{{Биофото|Snake skeleton.jpg|ш=200|left|color=#FFC0CB|Йылан һөлдәһе.}}
{{Биофото|Snake Skeletons.jpg|left|ш=200|color=#FFC0CB|Йылан һөлдәһе [[ташбаҡа|ташбаҡанан]]нан айырыла, башлыса күкрәк ситлеген буйынса.}}
Кәүҙәһе тар, һуҙылған, оҙонлоғо 45‑тән алып 120 см тиклем, мөгөҙ ҡалҡансыҡтар һәм ҡау менән ҡапланған. Йылан, тиреһенең тышҡы мөгөҙ ҡатламын (ҡабығын) тулыһынса ташлап, йылына бер нисә тапҡыр ҡау һала. Төҫө төрлө, күпселек осраҡта тирә-яҡ мөхит төҫөнә ярашлы. Умыртҡаһы кәүҙә һәм ҡойроҡ бүлектәренән тора, күкрәк һөйәге юҡ; кәүҙә умыртҡалары ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтары менән тоташҡан оҙон хәрәкәтсән ҡабырғалар менән. Аяғы юҡ, ҡабырғаларының бөгөлөшөн үҙгәртеү, ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтарын күсереү һәм кәүҙәһен ян-яҡҡа тулҡын рәүешле бөгөү ярҙамында хәрәкәт итә. Тышҡы ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы юҡ, урта ҡолағы ябай төҙөлөшлө, насар ишетә. Күҙе ҡушылып үҫкән күҙ ҡабаҡтары хасил иткән үтә күренмәле йоҡа тышса менән ҡапланған. Көндөҙгө йыландың күҙ ҡараһы түңәрәк; эңер һәм төнгөләрҙеке — вертикаль. Теше нәҙек, осло, артҡа бөгөлгән; ағыуһыҙ йыланға табышты эләктереү һәм ысҡындырмаҫ өсөн хеҙмәт итә. Ағыулы төрҙәрҙең ағыулы тештәре өҫкө яңаҡта урынлашҡан. Теле оҙон, осо ике йәпле; Якобсон ағзаһы бар. Баш һөйәгенең бит өлөшө һөйәктәре үҙ-ара эре табышты йотҡанда ауыҙ ҡыуышлығының ныҡ һуҙылыуын тәьмин иткән һығылмалы ярылар менән тоташҡан. Эске ағзалары асимметриялы. Үпкәһе ғәҙәттә берәү. Бауыры оҙон көрәк формаһында. Бөйөрҙәре, орлоҡлоҡ һәм йомортҡалыҡтары оҙонса. Бәүел ҡыуығы юҡ. Ата йылан копулятив ағзаһы (парлы муҡсалар рәүешендә) ҡойроҡ төбөндә аналь тишек артында тире аҫтында урынлашҡан.
 
==Үрсеүҙәре==
Йомортҡа-тере бала тыуҙырыусы йылан ([[баҡыр йылан]], [[ябай ҡара йылан]]) август—сентябрь айҙарында 6—12 бала тыуҙыра; йомортҡа һалыусы йылан июнь—июлдә япраҡ һәм тиреҫ өйөмдәренә, дымлы мүккә йомортҡа һала (5—30 дана, инкубация осоро 35—36 көн).
 
==Туҡланыуы==
Йәнле аҙыҡтар (ваҡ кимереүсе, ҡош, кеҫәртке, [[тәлмәрйен]], [[әрмәнде]],[[ балыҡ]], [[бөжәк]], [[үрмәксе]] һымаҡтар, селәүсен һ.б.) менән туҡлана; табышты тере көйөнсә (туҙбаш йылан) йәки алдан ағыу менән үлтереп (ҡара йылан) йота.
 
==Йәшәйеше==
Башҡортостанда туҙбаш йылан һыу ятҡылыҡтары янында, дымлы һыубаҫар болондарҙа; башҡа йыландар урмандарҙа, болондарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (таш йылан һәм дала ҡара йыланы) шулай уҡ далала тереклек итә. Ябай ҡара йылан, баҡыр йылан, ябай туҙбаш йылан бөтә Башҡортостанда таралған, йыландың башҡа төрҙәре көньяҡ райондарҙа осрай.
 
==Йыландарҙың файҙаһы==
Юл 68 ⟶ 67:
* [http://pilotishturman.ru/?p=888 Первая помощь при укусах змей]
 
{{herpetology-stub}}
{{Семейства змей}}
 
{{Link GA|no}}
 
[[Категория:Йыландар]]
 
 
{{herpetology-stub}}
 
{{Link FA|nl}}
{{Link FA|zh}}
{{Link GA|no}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йыландар» битенән алынған