Аят: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Бер хатаны төҙәттем. Морат Солтанов
1 юл:
'''Аят'''(ғәр. айа — билдә, мөғжизә), айат, [[Ҡөрьән]]дә [[сүрә]]нең үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған иң бәләкәй ритмик өлөшө.
 
[[Исламд]]ың дөйөм догматик системаһы үҫеше осоронда — [[Хоҙай]]ҙың төп “билдәһе”. Мосолман диненә ярашлы, аятаяттарҙа Алланың ысын һүҙҙәре яҙылған. [[Мөхәммәт]] тәүҙә үҙенең вәғәздәрен тәшкил иткән айырым асылыштарҙы аят тип атай. Улар телдән-телгә тапшырыла, ҡайһы бер асылыштарҙың ғына яҙмалары була. Күп кенә аят, текстары үҙенсәлекле булыу арҡаһында, [[дин]]гә яңы килеүселәргә аңлайышһыҙ була һәм Мөхәммәт улар өсөн аңлатмалар бирә. Ҡөрьәндең яҙма тексы барлыҡҡа килгәс, “Аят” термины Ҡөрьән “[[шиғыр]]ҙарын” билдәләү өсөн ҡулланыла башлай. Ҡөрьәндә, төрлө иҫәп буйынса, хронологик эҙмә-эҙлелек һәм мәғәнәүи бәйләнеш һаҡланмайынса урынлаштырылған 6204, 6226, 6232 йәки 6236 аят бар. Улар [[бетеү]]ҙәрҙә (башлыса беренсе сүрә [[“Фатиха”]]), [[мәсет]], [[мәҙрәсә]], башҡа [[мосолман]] учреждениелары, [[торлаҡ йорт]] интерьерҙарын биҙәгәндә ҡулланыла, [[ҡәбер таштары]]на яҙыла. [[Башҡорттар]]ҙа үлгәндәрҙе иҫкә алыу һәм ерләү йолаларының бер өлөшө булып торған “аят уҡытыу” йолаһы бар. Шулай уҡ яңы өйгә күскәндә йәки алыҫ юлға сығыр алдынан аят уҡыла.
 
== һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аят» битенән алынған