Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: Категория:СССР яҙыусылар союзы ағзалары → Категория:СССР Яҙыусылар союзы ағзалары using AWB
28 юл:
Шағир Фәтих Кәрим [[Бишбүләк районы]] [[Айыт (Бишбүләк районы)|Айыт]] ауылында [[1909 йыл]]дың [[9 ғинуар]]ында донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс белем ала. Бик йәшләй йәтим ҡалғас, [[Ҡаҙан]]да бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында белем ала. Студент мәлендә үк ең һыҙғанып ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
 
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә [[СССР]] һәм [[ТАССР]] яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты [[Муса Йәлил]], шағир [[Һаҙи Таҡташ]], яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]], [[Ҡәүи Нәжми]], [[Мирсәй Әмир]], [[Хәсән Туфан]] һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
40 юл:
 
== Хәтер ==
* Ҡурҡыу белмәҫ һуғышсы һәм талантлы шағир иҫтәлегенә 1999 йылда Бишбүләк районында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия булдырылған. Сираттағы лауреатттарға был бүләк 2015 йылдың 14 апрелендә районда Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән шағир—фронтовик Фәтих Кәрим көндәре барышында тапшырылды. Быйылғы премияға шағирҙың ҡыҙы, журналист ''Ләйлә Кәримова'', журналист ''Наил Ғимазетдинов'' һәм профессор ''Илдар Ғимаев'' лайыҡ булды. Уларға тәүге тапҡыр күкрәккә тағыла торған махсус билдә лә бирелде.
 
== Һылтанмалар ==
53 юл:
 
[[Категория:Башҡорт шағирҙары]]
[[Категория:СССР яҙыусыларЯҙыусылар союзы ағзалары]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар]]