Рене Декарт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
}}
 
'''Рене́ Дека́рт''' ({{lang-fr|René Descartes}} {{IPA|[ʁəˈne deˈkaʁt]}}, {{lang-la|Renatus Cartesius}}  — Картезий; 31 март, 1596, Лаэ (Турень провинцияһы), хәҙер Декарт (департамент Эндр һәм Луара)  — 11 февраль, 1650, [[Стокгольм]])  — [[Франция|француз]] [[математика|математигы]], [[философия|философы]], [[механика|механигы]], [[физика|физигы]] һәм физиологы, аналитик геометрияны һәм хәҙерге заман [[алгебра]]ик символикаһын барлыҡҡа килтереүсе, философияла ''радикаль шик ысулы'', физикала механицизм авторы, рефлексологияла тәүге аҙымдар яһаған кеше; француз ғалимы һәм философы, дуализм вәкиле.
 
== Биографияһы ==
Декарт Францияла ''Лаэ (La Haye en Touraine)'', хәҙерге ''Декарт (Descartes)'', ҡалаһында фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомло ғаиләлә өсөнсө бала булып 1596 йылдың 31 мартында тыуған. Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
 
Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһы ''Жан Франсуа'' була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡ ''Марен Мерсенн'' менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята.
 
1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунан [[Париж]]ға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт (1617)  — башта революция ялмаған [[Голландия]]ла, артабан [[Германия]]ла, Прага өсөн һуғышта ([[Утыҙ йыллыҡ һуғыш]]). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософ ''Исаак Бекман'' менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.
 
Шунан йәнә ''Ла-Рошель өсөн һуғыш''та ҡатнаша. Францияла Декарттың хөр фекерләүе иезуиттарға килеп етә, һәм уны көфөрлөктә ғәйепләй башлайҙар. Шуның өсөн Декарт Голландияға күсеп (1628), 20 йыл йәшәй.
 
Ул [[Европа]]ның иң ҙур ғалимдары менән хатлаша, [[медицина]]нан алып метеорологияға тиклем төрлө фәндәрҙе өйрәнә. Ниһайәт, 1634 йылда тәүге, программа булырлыҡ «Донъя» тигән китабын (''Le Monde'') тамамлай, ул ике  — «Яҡтылыҡ тураһында трактат» һәм «Кеше тураһында трактат» тигән өлөштәрҙән тора. Әммә китап уңышһыҙ ваҡытҡа юлыға  — бер йыл элек кенә инквизиция [[Галилей]]ҙы саҡ үлтермәй ҡала. Шуның өсөн Декарт үҙе тере сағында китапты сығармаҫҡа була. Ул Мерсеннға Галилейға хөкөм тураһында былай тип яҙа:
 
<blockquote>
Был мине шул тиклем тетрәтте, хатта яҙмаларымды яндырырға булып киттем, һис юғы уларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк; Папа үҙе ыңғай ҡараған италиялыны ла Ер әйләнә тигән өсөн язаларға булғастар инде...инде… Ер хәрәкәте ялған икән, минең философиям нигеҙҙәре лә ялған булып сыға, сөнки минең һығымталарым да шундай.
</blockquote>
 
57 юл:
1635 йылда Декарттың никахһыҙ ҡыҙы Франсина тыуа (хеҙмәтсеһенән). 5 йәшендә бала скарлатинанан үлеп ҡала, Декарт быны үҙ ғүмерендәге иң ҙур ҡайғы тип баһалай.
 
1649 йылда туҡтауһыҙ талауҙарҙан биҙрәгән Декарт швед королеваһы Кристинаның саҡырыуы буйынса Стокһольмға күсенә. Унда барыу менән ауырып китеп, пневмониянан үлеп ҡала. [[Үләм]]е сәбәп менән [[пневмония]] фараз ителгән. Декартты [[мышьяк]] менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз да бар, сөнки ауырыу билдәләре шуға оҡшаш була. Бындай фаразды [[Айки Пиз]] (немец ғалимы<ref>Шаров А. [http://www.nkj.ru/archive/articles/9155/ Покушение на мысль?] // Наука и жизнь, №  4, 1994.</ref>), артабан [[Теодор Эберт]]<ref>[http://lenta.ru/news/2010/02/15/descartes/ Рене Декарта отравили причастной облаткой]</ref><ref>[http://www.gazeta.ru/science/2010/02/16_a_3324786.shtml Церкви мешали координаты Декарта]</ref> та белдерә. Декарттың йоғонтоһонда королева Кристина католиклыҡҡа күсмәҫ тип, католик агенттар үлтергәндер тип уйлайҙар ([[1654 йыл]]да королева шул инанысты ҡабул итә).
 
[[FileФайл:DescartesAshes.jpg|thumb|Гробница Декарта (уң яҡта  — эпитафия), в церкви Сен-Жермен де Пре]]
Ғүмеренең ахырына Декартҡа сиркәүҙең дошманлығы көсәйә. Үлгәндән һуң Декарттың әҫәрҙәре «{0}Индекс{/0}» тигән исемлеккә индерелә, Ә [[Людовик XIV]] махсус бойороҡ менән Декарттың философияһын («''картезианств''») Францияның барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәтеүҙе тыя.
 
67 юл:
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
 
=== Математика ===
[[FileФайл:Descartes Discourse on Method.png|thumb|right|300px|«Рассуждение о методе» Декарта]]
[[1637 йыл]]да Декарттың төп фәлсәфәүи-математик хеҙмәте  — «Ысул тураһында фекерләүҙәр» донъя күрә.
 
Китапта аналитик геометрия аңлатып бирелә, ә һалынмаларында  — [[алгебра]], [[геометрия]], [[оптик]]а буйынса эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре һәм башҡа күп мәғлүмәттәр.
 
Китабындағы [[Виет]] математик символикаһының бөгөнгө замандыҡына бик яҡын булыуын айырым билдәләргә кәрәк.
Юл 81 ⟶ 82:
 
== Фәлсәфә өлкәһендә ==
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. [[Нидерландтар]] корольлегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм [[космология]] фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, [[Николай Коперник|Коперниктың]] ҡараштарына ҡушылып, [[Ҡояш системаһы]]ның нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. [[Материя]], Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки [[атом]] «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата). Декарт хәрәкәтте [[Исаак Ньютон|Ньютонса]] аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. [[Хайуандар|Хайуан]] йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул [[Алла (теизм)|Алла]] тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты [[агностицизм|агностиктар]] рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар немене белеү тигән карашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә ''скептицизм, агностицизм'' көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул,  — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла  — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме  — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем»<ref>Избр. произ-ведения.— M., 1950.— C. 282</ref> тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: [[сенсуализм]] һәм [[рационализм]]. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе [[Джон Локк]] тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә ''сенсуализм'' өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың [[рационализм]]ға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы  — [[дуализм]]. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо [[материлизм]]да ла, шулай ук [[идеализм]]да ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә [[тәбиғәт]] тураһындағы фекерҙәре, төрлө [[теология|теологик]] ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған.
 
=== Башҡа фәнни ҡаҙаныштары ===
* Декарттың рефлекс һәм рефлектор эшмәкәрлек принцибы буйынса яҙған хеҙмәттәре артабан психологияның төп нигеҙҙәрен тәшкил итә.
* Есем механизмдарын өйрәнгәндә аффект (дәрт) кеүек халәттәр психик тормошҡа йоғонто яһауын һүрәтләй. «Аффект» төшөнсәһе хәҙерге [[психология]]ла айырым эмоциональ халәттәргә ҡарата ҡулланыла.
 
== Фәлсәфә ==
Декарттың фәлсәфәһе дуализмға нигеҙләнә.
 
Декарттың фәлсәфәгә индергән төп ҡаҙанышы  — рационализмдың донъяны танып белеү өлкәһендә төп ысул булыуын күрһәтеүе.
Картезианлыҡ үҫешендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш барлыҡҡа килә:
* материалистик монизм](Х. Де Руа, Б. Спиноза)
* идеалистик окказионализм (А. Гейлинкс, Н. Мальбранш).
 
Декарттың донъяға ҡарашы ''картезианлыҡ'' тип аталған тәғлимәткә нигеҙ һала:
* голланд (Барух да Спиноза),
* немец ([[Готтфрид Вильгельм Лейбниц]])
Юл 102 ⟶ 103:
 
=== Радикаль шик ысулы ===
Француздар һәр саҡ скептиклығы менән айырылып торған, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙа [[Математика|математик]] теүәллекә ынтылыуҙары менән дә билдәлеләр.
 
Хәҡиҡәттең кире ҡағылмаҫлыҡ булып иҫбатланырға тейешлеге  — Декарт шиктәрҙе тик шулай ғына юҡҡа сығарырға мөмкин тип һанай.
 
=== Илаһиҙың барлығын раҫлауҙары ===
[[Виндельбанд]]тың әйтеүенсә, Декарттың Илаһи Көс барлығын раҫлауын «антропологик (психологик) һәм онтологик ҡараштар берлеге» тип алырға була.
 
Ике субстанция  — [[рух]] һәм [[материя]]  — Декарттың һәр яҡтан камил көс барлығын раҫлаған тәғлимәтендә яралтылған һәм тамамланған субстанциялар булып тора; бары тик Илаһиҙың субстанцияһы ғына сикһеҙ һәм төп субстанция булып тора.
 
=== Этик ҡараштары ===
Юл 129 ⟶ 130:
*** Замечания на некую программу, изданную в Бельгии в конце 1647 года под заглавием: Объяснение человеческого ума, или разумной души, где поясняется, что она собой представляет и какой может быть (461).
*** Страсти души (481).
*** Небольшие сочинения 1619—1621&nbsp; гг. (573).
*** Из переписки 1619—1643&nbsp; гг. (581).
** [http://web.archive.org/web/20120129054011/http://publ.lib.ru/ARCHIVES/D/DEKART_Rene/Dekart_R._Sochineniya_v_2_tt._T.2.(1994).%5Bdjv%5D.zip Том 2]. Серия: Философское наследие, том 119.
*** Размышления о первой философии, в коих доказывается существование Бога и различие между человеческой душой и телом (3).
Юл 136 ⟶ 137:
*** Глубокочтимому отцу Дине, провинциальному настоятелю Франции (418).
*** Беседа с Бурманом (447).
*** Из переписки 1643—1649&nbsp; гг. (489).
* ''Декарт Р.'' [http://web.archive.org/web/20120129054131/http://publ.lib.ru/ARCHIVES/D/DEKART_Rene/Dekart_R._Geometriya.(1938).%5Bdjv%5D.zip Геометрия]. С приложением избранных работ П. Ферма и переписки Декарта. М.-Л.: Гостехиздат, 1938. Серия: Классики естествознания.
* ''Декарт Р.'' [http://web.archive.org/web/20120129053550/http://publ.lib.ru/ARCHIVES/D/DEKART_Rene/Dekart_R._Kosmogoniya._Dva_traktata.(1934).%5Bdjv%5D.zip Космогония: Два трактата]. М.-Л.: Гостехиздат, 1934. Серия: Классики естествознания.
Юл 154 ⟶ 155:
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
* Бөйөк физиолог [[Павлов Иван Петрович|И.  П.  Павлов]] үҙенең лабораторияһы ([[Колтуши]]) алдына Декардҡа бюст-һәйкәл ҡуйҙырта<ref>''Петрова М. К.'' [http://vivovoco.astronet.ru/VV/JOURNAL/VRAN/PAVLMEM.HTM Из воспоминаний об академике И.  П.  Павлове]//[[Вестник Российской академии наук]]. Т. 65, №  11, 1995. С. 1016—1023.</ref>, сөнки уҙ тикшеренеүҙәрен уның менән бәйләй.
* Ғалим хөрмәтенә тыуған ҡалаһына һәм [[Ай (күк есеме)|Ай]]ҙағы кратерға [[Декарт (кратер)|Декарт]] исеме бирелә. Шулай уҡ, бер нисә фәнни термин уның исемен йөрөтә:
** Декарт координаталар системаһы
Юл 171 ⟶ 172:
|ссылка = |ответственный = |издание = |место = М. |издательство = Высшая школа |год = 2006
|страницы = |страниц = 335 |серия = Классика философской мысли. |isbn = 5-06-005113-7 |тираж = 3000 }}
* ''Барабанов О. О., Петрова Е. В.'' Два математических письма Декарта принцессе Елизавете Богемской // История науки и техники, №&nbsp; 1, 2011, С. 20-32.
* ''Барабанов О. О., Барабанова Л. П.'' История теоремы Декарта о кругах // История науки и техники, №&nbsp; 5, 2011, С. 2-15.
* {{книга |автор = |часть = |заглавие = Бессмертие философских идей Декарта (Материалы Международной конференции, посвященной 400-летию со дня рождения Рене Декарта) |ссылка =
|ответственный = Ответственный редактор Мотрошилова Н. В.
Юл 178 ⟶ 179:
|год = 1997 |страницы = |страниц = 181 |серия = Научное издание |isbn = 5-201-01958-7 |тираж = 500 }}
* {{ВТ-ЭСБЕ|Декарт}}
* История математики под редакцией А.&nbsp; П.&nbsp; Юшкевича в трёх томах, том II, М.: Наука, 1970 [http://ilib.mccme.ru/djvu/istoria/istmat2.htm Математика XVII столетия.]
* ''Катасонов В. Н.'' Метафизическая математика XVII&nbsp; в. М.: Наука, 1993.
* ''Кирсанов В. С.'' Научная революция XVII века. М.: Наука, 1987.
* {{книга |автор= Кузнецов Б.&nbsp;Г. |заглавие= Эволюция картины мира. Глава 7: Картезианское естествознание |ссылка= |место= М. |издательство= Издательство АН СССР |год= 1961 (2-е издание: УРСС, 2010) |страниц=352 |серия= Из наследия мировой философской мысли: философия науки |isbn=978-5-397-01479-3 }}.
Юл 191 ⟶ 192:
* ''Le Gaufey, Guy.'' [http://www.amazon.fr/Lincompl%C3%A9tude-symbolique-Descartes-Jacques-Lacan/dp/2908855038/ref=sr_1_12?ie=UTF8&amp;s=books&amp;qid=1227308877&amp;sr=8-12 L’incompletude du symbolique: De Rene Descartes a Jacques Lacan.] Paris: Distique, 1991.
* ''Фролова Е. А.'' Декарт и некоторые аспекты концепций человека в средневековой арабской философии // Сравнительная философия. М., 2000. С.229-244.
* ''Фролова Е. А.'' Проблема Декарта в современной арабской философии. // Вопросы философии. 1969. №&nbsp; 5.
* {{ЭСБЕ}}
* Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
 
== Һылтанмалар ==
Юл 216 ⟶ 217:
[[Категория:Франция философтары]]
[[Категория:Француз фәндәр академияһы ағзалары]]
[[Категория:Пневмониянан вафат булыусылар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рене_Декарт» битенән алынған