Йәһүдилек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
67 юл:
 
Хәҙерге заман иудаизмында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль иудаизмдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма [[Тора]]») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Йәһүдтәррҙә Галаха тормоштоң ғәҙәттә башҡа халыҡтарҙағы хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, йәмәғәт һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль иудаизмдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул  Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ йәһүдтәре уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.
 
== Терминдың килеп сығышы ==
«Иудаизм» термины ''Ἰουδαϊσμός'' тигән грек һүҙенән (русса әйтелеше — «иудаисмо́с») килеп сыҡҡан, ул йәһүд-эллин әҙәбиәтендә б.э.т. I б. күренә башлай һәм йәһүд динен эллин мәжүсилегенә ҡаршы ҡуя. Ҡайһы бер телдәрҙә тар мәғәнәлә йәһүд динен белдергән «иудаизм» термины менән бер рәттән бөтә йәһүд цивилизацияһын, шул иҫәптән, динде лә үҙ эсенә индергән дөйөм термин да бар: рустарҙа — '''еврейство''' , алмандарҙа — '''Judentum''' , инглиздәрҙә — '''Jewry''' йәки '''Jewish People'''. Ивритса «иудаизм» һәм «еврейлыҡ» терминдары — синонимдар. {{lang-he|יַהֲדוּת}}} (''Яһадут'') термины Бабил (урыҫ. Вавилон) әсирлегенән һуң барлыҡҡа килә. {{lang-yi|ייִדישקײט}}{{lang-yi|ייִדיש}} Идишта иудаизм ғәҙәттә {{lang-yi|ייִדישקײט}} (''идишка́йт'') термины менән йөрөтөлә, һүҙмә-һүҙ тәржемәлә ул «еврейлыҡ» (''ивриса'' тигәндән {{lang-yi|ייִדיש}}), йәғни йәһүдсә йәшәү рәүеше тигәнде аңлата.
 
== Символдар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәһүдилек» битенән алынған