Цин империяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{redirect|Ҡытай империяһы}} {{Историческое государство |название =Бөй…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
71 юл:
|прим =
}}
'''Бөйөк Цин дәүләте''' ([[Файл:Daicing gurun.svg|12px]] ''дайциң гүрүн'' {{Китайский|大清國|||Да Цин го}})  — манжурҙар менән төҙөлгән һәм улар идара ителгән күп милләтле империя. Традицион ҡытай историографияһы буйынса  — һуңғы [[Ҡытай]] [[монархия]] династияһы. 1616 йылда ''Манжурия'' (''Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай'') территорияһында ''Айсин Гёро'' манжур кланы менән төҙөлә. 30 йылдан кәм ваҡыт эсендә уның власы аҫтында бөтә Ҡытай, [[Монголия]]ның өлөшө һәм Урта Азияның бер өлөшө.
 
Башта династия «Цзинь» (金  — алтын), традицион ҡытай историографияһында «Хоу Цзинь» (後金  — Һуңғы Цзинь)  — чжурчжэндарҙың<ref>Манжурҙар үҙҙәрен шуларҙан килеп сыҡҡандар тип иҫәпләйҙәр</ref> элекке дәүләте  — Цзинь империяһы атамаһына ярашлы алынған. 1636 йылда илдең атамаһы «Цин» (清  — «таҙа») тип үҙгәртелә. XVIII быуаттың беренсе яртыһында Цин хөкүмәтенә ил менән эффектив идара итергә килеп сыға, бының һөҙөмтәләрәнең береһе булып был быуатта Ҡытай халҡы һанының иң тиҙ артыуы күҙәтелеүе булып тора. Хөкүмәт илде «ябыу» сәйәсәтен (Хайцзинь) алып барғандар, был XIX быуатта ''Беренсе опиум һуғышы''на килтерә һәм Ҡытай Көнбайыш илдәре менән көсләп «асыла».
 
1911 йылда башланған ''Синьхай инҡилабы'' эҙемтәләре арҡаһында Цин империяһы емерелә, уның урынына хань халҡының милли дәүләте  — ''Ҡытай Республикаһы'' ойошторола. 1912 йылдың 12 февралендә кесе йәштәге һуңғы император ''Пу И'' исеменән әсәһе  — тол императрица ''Лунъюй'' тәхеттән баш тарта.
 
== Тарих ==
84 юл:
XVII быуат башында Манжурияла йәшәгән чжурчжэндарҙың юлбашсыһы ''Нурхаци'' (1559—1626) үҙ башланғысы менән бер нисә ҡәбиләләрҙе берләштереп кенә ҡалмай, ә яңы сәйәси ошошмаға ла нигеҙ һалыуға ирешә. Боронғо ''Цзинь чжурчжэн династияһы'' (1115—1234) менән туғандашлыҡҡа дәғүә итеп, үҙенең нәҫелен ''«Алтын нәҫел» (Айсин Гёро)'' тип иғлан итә. Нурхаци нәҫеленә Ҡытайҙың төньяҡ сигенең аръяғында урынлашҡан ''Манчжоу'' биләмәһе булған.
 
Ике тиҫтә йылдар араһында манжурҙар күршеләренә 20-гә яҡын хәрби экспедицияларын ойоштора. 1589 йылда Нурхаци үҙен ''ван'' (бөйөк кенәз), ә 1596 йылда  — ''Цзяньчжоу дәүләте ваны'' тип иғлан итә. 1606 йылда союздаштары  — көнсығыш монгол кенәздәре уға ''Кундулэн-хан'' титулын бирәләр. 1616 йылда Нурхаци чжурчжэн дәүләте Цзиньдың тергеҙелеүе хаҡында иғлан итә. 1629 йылда Нурхациның вариҫы һәм улы ''Абахай'' союздаштары менән [[Бөйөк Ҡытай диуары]] аша үтеп инеп [[Пекин]] ҡалаһы янына килеп етә. Ҡаланан манжурҙар бай табыш алып ҡайталар. 1636 йылда Абахай династияға «Цин» исемен бирә, ә үҙенең подданныйҙарын чжуржэндар түгел, ә манжурҙар тип атарға ҡуша. Цин империяһына Ҡытайҙың бер өлөшө һәм ''Көньяҡ Монголия''ның өлөшө инә. 1637 йылда манжурҙар ''Корея''ға үтеп инәләр һәм Корея короле үҙен циндарҙың вассалы тип танырға мәжбүр була.
 
=== Манжурҙарҙың Ҡытайҙы яулап алыуы ===
92 юл:
 
=== Дәүләт ҡоролошо ===
XVII—XVIII быуаттарҙа идара итеү ҡоролошо буйынса Цин империяһы абсолютр монархия булған. Дәүләт башында император  — богдыхан торған. Ул бөтә Ғәләм менән хөкөм итеүсе Күктең Улы тип иҫәпләнгән. Богдыхан изге йән булған: император Пекин ситендәге йәйге һарайына күскән саҡта, император үткән урамға ҡараған бөтә тәҙрәләр, ишектәр ныҡ итеп томаланған. Баш ҡала халҡы «алла йөҙөн» күрергә тейеш булмаған. Императорҙың ысын исемендә әйтеү тыйылған. Халыҡ үҙенең хакимын тәхеткә ултырғанда һайлаған идара итеү акты буйынса ғына белгән. Богдыхан
һары кейемдә йөрөгән, был төҫ ҡояшты аңлатҡан һәм император менән уның туғандарынан башҡа берәү ҙә кейемендә хатта бер бөртөктә һары еп йөрөтөргә баҙнатсылыҡ итмәгән. Император тыуған-тыумасалары һәм үҙ даирәһе  — вариҫтар, шаһзадалар, кенәздәр менән уратып алынып Пекиндағы Тыйылған ҡалала бөтөнләй сыҡмай тиерлек йәшәгән.
[[Файл:China imperialism cartoon.jpg|thumb|1898 йылғы Ҡытайҙы бәлеш итеп һүрәтләндергән билдәле француз карикатураһы. Бәлеште [[Бөйөк Британия]] королеваһы Виктория, [[Германия]] императоры Вильгельм II, [[Рәсәй империяһы]] батшаһы Николай II һәм [[Япония]] императоры Мэйдзи, һәм тағы ла [[Франция]]ны кәүҙәләндергән Марианна бүләләр. Артҡы планда Ҡытай мандарины быны туҡтатырға теләй, әммә көстәр тигеҙ түгел.]]
 
[[Файл:The Portrait of the Qing Dynasty Cixi Imperial Dowager Empress of China in the 1900s.PNG|thumb|200px|Императрица Цыси, 1900-сы йй.]]
 
== Әҙәбиәт ==
* ''Бичурин Н. Я.'' Статистическое описание Китайской империи. М., 2002. (1-е изд. 1842).
* ''Бичурин Н. Я.'' Китай в гражданском и нравственном состоянии. М., 2002. (1-е изд. 1848).
* ''Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л.'' Что такое Китай? Срединное государство в историческом мифе и реальной политике // Восток (Oriens), №  3, 2012, с. 5-19.
* ''Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л.'' Империя Цин как Китай: анатомия исторического мифа // Восток (Oriens), №  1, 2014, с. 5-17.
* ''Мясников В. С.'' Империя Цин и Русское государство в XVII  в.  — М.: Наука, 1980.  — 312 с.
* ''Непомнин О. Е.'' История Китая: Эпоха Цин. XVII — начало XX века. М.: Восточная литература, 2005. ISBN 5-02-018400-4.
* ''Пан Т. А.'' Маньчжурские письменные памятники по истории и культуре империи Цин XVII-XVIII XVII—XVIII вв. СПБ., 2006.-228 с. ISBN 5-85803-309-1
* ''Cotterell, Arthur.'' The Imperial Capitals of China - — An Inside View of the Celestial Empire.  — London: Pimlico, 2007.  — ISBN ISBN 9781845950095.
* ''Elliot, Mark C.'' The Manchu Way: The Eight Banners and Ethnic Identity in Late Imperial China. Stanford: Stanford University Press, 2001.
* ''Paludan, Ann.'' Chronicle of the China Emperors.  — London: Thames & Hudson, 1998.  — ISBN ISBN 0-500-05090-2.
* ''Spence, Jonathan.'' The Search for Modern China. New York: W W Norton & Company, 1990.
* ''Spence, Jonathan.'' God'sGod’s Chinese Son: The Taiping Heavenly Kingdom of Hong Xiuquan. New York: W W Norton & Company, 1997.
* ''Struve Lynn A.'' Voices from the Ming-Qing Cataclysm: China in Tigers' Jaws.  — Yale: Yale University Press, 1968.  — ISBN ISBN 0300075537, 9780300075533.
 
{{DEFAULTSORT:Цин}}