Йылайыр кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
44 юл:
}}
 
'''Йылайыр кантоны''' ({{lang-ru|Зилаирский кантон}}) — [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Башҡорт Автономиялы Республикаһы]]на ингән башҡорт милли кантоны.
 
Административ үҙәге  — [[Йылайыр]] ауылы.
 
== Тарих ==
[[FileФайл:Атлас Союза Советских Социалистических Республик 1928 - Р.С.Ф.С.Р. - Авт. Башкирская С.С.Р..jpg|thumb|[[Башҡорт АССР-ы]] [[1928]] йылда]]
[[1922]] йылда 5 октябрҙә [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]]ның  — 14, [[Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны]]ның  — 16, [[Үҫәргән кантоны]]ның - — 18 улусы нигеҙендә [[БАССР]] составында ойошторола. Административ үҙәге  — [[Йылайыр|Преображенск Заводы ҡасабаһы]] (хәҙәрғе [[Йылайыр районы]] [[Йылайыр]] ауылы). Майҙаны  — 33047 км². 1924 йылда 25 июнендә Иманғол улусы Ҡырғыҙ АССР‑ына бирелә. 1924 йылда 21 октябрҙә [[Орск өйәҙе]] Яңы Покровка улусының 19 ауылы Йылайыр кантоны составына инә. 1926 йылда 26 июлендә кантонға [[Ырымбур өйәҙе]] Спасский улусының Иҫәнғол ауылы ҡушыла; Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ, Мораптал, Сәлих, Таналыҡ, Түңгәүер, Үҫәргән, Үтәғол һәм Хәйбулла улустарының бер өлөшө, Яңы Покровка улусының 19 ауылы [[Ырымбур губернаһы]] бирелә. [[Йылайыр кантоны]] территорияһында БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары буйынса  — 17, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән 16 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 141,8, шул иҫәптән бойҙай сәсеүлектәре  — 78,5, һоло  — 34,9, арпа  — 6,5, тары  — 4,7, арыш  — 4,2, картуф  — 4,2, киндер  — 1,2, етен  — 0,8, ҡарабойҙай  — 0,7 тәшкил итә; һыйыр малы  — 203387, йылҡы  — 101107, һарыҡ  — 263804, кәзә  — 27600, сусҡа 10144 баш иҫәпләнә. Баймаҡ, Ҡананикольск, Преображенск алтын һәм баҡыр фабрикалары, 2 Түбә бегун фабрикаһы, 3 рудник эшләй. 52 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыслы 179 мәктәп иҫәпләнә, шуның 85‑ендә уҡытыу  — башҡорт, 3‑өһөндә  — мордва, 74‑ендә  — урыҫ, 14‑ендә  — татар, 3‑өһөндә  — сыуаш телендә алып барыла; 6 дауахана, 7 амбулатория, 16 фельдшер пункты, 9 китапхана эшләй ([[1925]]). [[1930]] йылда [[20 август]]а кантон бөтөрөлә, уның территорияһы [[Баймаҡ (ҡала)|Баймаҡ]] (Ҡананикольск, Таналыҡ, Темәс, Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Бөрйән]] (Бөрйән улусының бер өлөшө), [[Ейәнсура]] (Сәлих, [[Үҫәргән улус]]тары, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, [[Йылайыр]], Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Йылайыр]] ([[Йылайыр]], [[Ҡананикольск]], Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Мораҡ]] (Ҡыпсаҡ улусы, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡананикольск улустарының бер өлөшө), [[Мәләүез (ҡала)|Мәләүез]] (Мораптал улусы), [[Хәйбулла (Белорет районы)|Хәйбулла]] (Хәйбулла улусы, [[Йылайыр]], [[Таналыҡ]], [[Һабыр (Йылайыр районы)|Һабыр]] улустарының бер өлөшө), [[Әбйәлил (Әбйәлил районы)|Әбйәлил]] ([[Темәс]] улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.
 
== Халҡы ==
Халҡы 1926 йылда  — 195 036 кеше ([[башҡорттар]]  — 80784, [[мишәрҙәр]]  — 1759, [[мордвалар]] - — 8112, [[сыуаштар]]  — 3980, [[татарҙар]]  — 9056, [[украиндар]]  — 8748, [[урыҫтар]]  — 81894 һәм башҡалар).
 
== География ==
Майҙаны  — 33047 км². Төньяҡ-көнбайышта [[Стәрлетамаҡ кантоны]], төньяҡ-көнсығышта  — [[Тамъян-Ҡатай кантоны]], көнсығышта  — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көнбайышта [[Ырымбур губернаһы]] менән сиктәш була.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
71 юл:
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/6060-jylajyr-kantony/ Башҡорт Энциклопедияһы, Йылайыр кантоны]
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
 
== Әҙәбиәт ==
 
{{Башҡортостан кантондары}}