Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
к
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
| описание = шағирә, яҙыусы
| имя при рождении = Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова
| дата рождения = 24.0706.1948
| место рождения = [[Башҡорт АССР-ы]], {{Место Рождения|Ғафури районы}}, [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] ауылы
| дата смерти =
18 юл:
}}
{{фамилиялаш|Яҡупов}}
'''Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова, Гөлнур Яҡупова''' (24.06.1948) — шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. [[Рәсәй Федерацияһы]] һәм [[Башҡортостан Республикаһы]] яҙыусылар берлеге ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006).
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
26 юл:
 
== Ижады ==
Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ [[Йәшлек (гәзит)|«Ленинсе»]], [[Башҡортостан (гәзит)|Совет Башҡортостаны]] гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә, «Нағыш» (1989) исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы яҙыусы ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. [[Башҡортостан]]дың халыҡ шағиры [[Мостай Кәрим]]: «…Тел бәҫен тота белеү,сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй…», — тигән баһа биреп, йәш шағирәгә Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.
 
«Мөхәббәткә мәҙхиә» (1996), «Йөрәк хаты» (1998), «Әҙәм вә Һауа» (2008) исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағирә итеп танытты.