Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
к
25 юл:
}}
[[Рәсем:shulgantash.jpg|thumb|right|Шүлгәнташ]]
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе'''  — [[Башҡортостан|Башҡортостандың]] [[Бөрйән районы|Бөрйән районында]]нда [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгән-Таш ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]] иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәутормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында Шүлгәнташ [[музей-экскурсион комплексы]] һәм спелиология лабораторияһы асылған.
 
1965 йылда Шүлгәнташ [[тәбиғэт ҡомартҡылары|тәбиғәт ҡомартҡыһы]] тип иғлан ителә.
 
== Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо ==
Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге  — 20  м. Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда  — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, кулдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан, унда Шүлгәнташ йылғаһы аға. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500  м самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 м үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20  м күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
 
== Ер аҫтындағы йылға һәм күл ==
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3  м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 150—170  м гөрләп ағып, Шүлгән [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
 
== «Рәсемдәр» бүлмәһе ==
45 юл:
</gallery>
 
Шүлгәнташ  — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында урынлашҡан. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
 
Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында уҡығыҙ:
* [http://seethis.narod.ru/histmon/shulgan.html Шульганташ]
* [http://www.culturemap.ru/print.html?id=928| Культура регионов России]
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 60 ⟶ 59:
[[Категория:Мәмерйәләр]]
[[Категория:Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары]]
[[Категория:Башҡортостан мәмерйәләре]]
[[Категория:Бөрйән районы географияһы]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған