Морозкин Николай Данилович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
Николай Данилович Морозкин 1953 йылдың 27 ноябрендә Мордва АССР-ы (хәҙер [[Мордва Республикаһы]]) Ельников районының Кержиманы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1975 йылда ''Мордва дәүләт университетын'' тамамлағандан һуң [[Ленинград]] дәүләт университетында стажер— тикшереүсе була. Артабан ғәмәли [[математика]] факультетында аспиратурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
 
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Мордва дәүләт университетында башлай: ассистент, шунан өлкән уҡытыусы булып эшләй.
 
1983 йылдан Николай Морозкин — Башҡортостанда. Үҙенең фәнни эҙләнеүҙәрен һәм уҡытыусылыҡ хеҙмәтен [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда дауам итә: иҫәпләү математикаһы кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент, 1993 йылдан – ошо кафедра мөдире. 1996 йылда «физика—математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1997 йылдан – профессор.
Шул уҡ йылда университеттың уҡыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала тиҫтә ярым йылдан артыҡ эшләй.
2013 йылдың 16 майында Николай Данилович Морозкин [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның ректоры итеп һайлана.
 
== Маҡтаулы исемдәре ==