Геология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Геология''' — ([[грек теле|грек телендә]] ''γη-'' (''ge-'') — ''ер'' һәм ''λογος'' (''logos'') - — ''өйрәнеү'') — [[Ер]]зең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен, уның формалашыу тарихын өйрәнеүсе [[фән]]. Геология нефть, [[таш]] күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.
 
Геология [[Ер (планета)|Ер]] һәм [[Ер (планета)|Ер]] ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П.  Эшольт тарафынан керетелә. Геологиянең төп объекты булып Ерҙең тышҡы таш ҡатламы -- — литосфера һәм, беренсе сиратта, [[Ер (планета)|Ер]] ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонттар тора.
 
Хәҙерге геология уҙ эсенә [[стратиграфия]], [[тектоника]], [[региональ геология]], [[минералогия]], [[петрография]], [[литология]], [[геохимия]], [[файҙалы ҡаҙылмалар өрәнеү]] белемен ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары -- — гидрогеология, инженерлыҡ геологияһы һәм шулай уҡ яңы юнәлештәр -- — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.
 
Геология [[XVIII быуат]]тың 2-се яртыһы — [[XIX быуат]] башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында [[фанерозой]]ҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, [[XIX быуат]]тың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). [[Рәсәй]]ҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И.  Соколов, Г. Д.  Романовский, Н. А.  Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда-- [[Мәскәү]]ҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — [[Лондон]]да геология, 1917 йылда [[Рәсәй]]ҙә Минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләтеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология хеҙмәттәре ойошторолоуға килтерә. 1882 йылда [[Рәсәй]]ҙә геология комитеты ойошторола.
 
== Сығанаҡтар ==
14 юл:
 
[[Категория:Геология|*]]
 
{{Link FA|eu}}
{{Link FA|he}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Геология» битенән алынған