Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
-продублированные категории, девики
к
31 юл:
}}
{{фамилиялаш|Искәндәров}}
'''Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы''' (20.03.1928) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ [[Салауат районы|Салауат районы]] [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] урта мәктәбендә (бөгөн Айҙар Байыҡ ([[Байыҡ сәсән]]) исемендәге мәктәп) биология фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1968), [[СССР]]—ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), [[Рәсәй Федерацияһы|РСФСР]] мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), [[СССР]]—ҙың 8—се һәм 9—сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970 — 19791970—1979), [[КПСС]]-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты.
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында [[Башҡорт АССР-ы]] [[Мәсәғүт кантоны]]ның<ref name="Х" /> (бөгөн [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Салауат районы|Салауат районы]]) [[Яхъя (Башҡортостан)|Яхъя]] ауылында тыуған. 1949 йылда Өфө уҡытыусылар институтын (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]), 1960 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]н тамамлаған.
 
* 1942 — 19441942—1944 йылдар — тыуған колхозында иҫәпсе.
* 1944 — 19491944—1949 йылдар — [[Мәсәғүт (Дыуан районы)|Мәсәғүт]] педагогия училищеһы (бөгөн педагогия колледжы) уҡыусыһы, Өфө уҡытыусылар институты студенты.
* 1949 — 19551949—1955 йылдар — [[Салауат районы|Салауат районы]] [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
* 1955 — 19561955—1956 йылдар — Салауат районы [[Миәшәгәр]] урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
* 1956 — 19611956—1961 йылдар — Салауат районы [[Торналы]] ете йыллыҡ һәм Малаяҙ урта мәктәптәре уҡытыусыһы.
* 1962 — 19911962—1991 йылдар — Салауат районы [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
* 1970 — 19791970—1979 йылдар — [[СССР]]-ҙың 8—се һәм 9—сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
 
* Хәнифә Искәндәрова шулай уҡ 15 йыл дәүерендә Совет ҡатын-ҡыҙҙар комитетында ағза була.
* Мәктәптә эшләү дәүерендә алдынғы уҡытыусы бай йыһазландарылған биология кабинеты ойоштора, йәш натуралистар түңәрәге алып бара, мәктәп тәжрибә участкаһы менән етәкселек итә. Уның уҡыусылары үҫтереп алған уңыш 1967—1974 йылдарҙа [[СССР]]—ҙың Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары менән бүләкләнә. Үҙ ваҡытында Хәнифә Искәндәрованың тәжрибәһе барлыҡ республика буйынса таратыуға тәҡдим ителә һәм артабан күп ерҙә киң ҡулланыла.
* 1970 — 19791970—1979 йылдарҙа [[СССР]]-ҙың 8—се һәм 9—сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты булғанда Хәнифә Сираж ҡыҙы үҙенең һайлаусыларының наказдарын тулыһынса үтәүгә күп көс һала. Үҙ һайлау округы буйынса ғына түгел, бөтөн республикала төрлө халыҡ хужалығы объекттары, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөү, шулай уҡ күперҙәр һәм юлдар һалыу, уларҙы асфальтлау, ауылдарға һәм ҡасабаларға гәз үткәреү мәсьәләре нәҡ депутаттың булышлығы менән ыңғай хәл ителә.
* Киләсәк быуынға белем биреүҙәге юғары ҡаҙаныштары, хеҙмәтендәге уңыштары һәм үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарағаны һәм, әлбиттә, район данын юғарыраҡ күтәреүгә шәхси өлөшө өсөн Хәнифә Искәндәроваға [[Салауат районы]]ның почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирелгән.
* Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Хәнифә Сираж ҡыҙы ауылдың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө көндә ул [[Өфө]]лә йәшәй.
* Халыҡ уҡытыусыһының 85 йәшен яҡташтары, [[Салауат районы|Салауат районы]] үҙәге [[Малаяҙ|Малаяҙ]]ҙа байрам саралары үткәреп, 2013 йылда бик йылы билдәләне.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары ==
* [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1968).
* [[СССР]]—ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982).
* [[Рәсәй Федерацияһы|РСФСР]] мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
* [[Ленин ордены]] (1968).
* [[Башҡорт АССР-ы]] Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1988).
* [[Салауат районы]]ның почетлыпочётлы гражданы.
 
== Сығанаҡтар ==
73 юл:
* [http://www.wiki02.ru/encyclopedia/Iskandarova_Hanifa_Sirazhevna/t/5854 Башкортостан. Энциклопедия. Искандарова Ханифа Сиражевна]{{ref-ru}}
* [http://bashgazet.ru/obshestvo/7696-otlayby.html Ҡотлайбыҙ! [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]] гәзите, 2013 йыл, 19 март]
* [http://bashgazet.ru/obshestvo/12341-tkne-danly-kilsge-yaty.html Рәйлә Латыпова. Үткәне - — данлы, киләсәге - — яҡты. [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]] гәзите, 2014 йыл, 19 март]
* [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/7430-rmi-tyuyp-kn-tbk.html Зилә Ғәббасова. Рәми тыуып үҫкән төбәк. [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]] гәзите, 2013 йыл, 28 февраль]
* [http://na-zemle-salavata.ru/arhiv-gazety/258-na-zemle-salavata-27-ot-3-aprelya-2013-g.html Кем гордятся салаватцы. Салаватская районная газета «На земле Салавата», 2013 год, 3 апреля]{{ref-ru}}
85 юл:
[[Категория:СССР-ҙың халыҡ уҡытыусылары]]
[[Категория:КПСС-тың XXIV съезы делегаттары]]
[[Категория:Салауат районы почётлы граждандары]]