Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
к
42 юл:
''Был Ырымбурҙағы ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Музыкаль төркөм тураһында мәҡәлә бында: [[Карауанһарай (төркөм)]]''
{{Культурное наследие РФ|5610009000}}
'''Каруанһарай'''  — [[Ырымбур]] ҡалаһындағы [[архитектура]] ҡомартҡыһы. Уны [[XIX]] быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала <ref>[http://oldorenburg.ru/#30 Иске Ырымбур] </ref>.
 
«Мин [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған [[Шевченко, Тарас|Т. Г. Шевченко]]. [[Философия]] докторы Фёдор Базенер 1842 йылда [[Хива (ҡала)|Хиванан]] Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. [[Урта Азия]]нан ҡайтып барышлай [[1929]] йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.
 
«Мин [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай»,  — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған [[Шевченко, Тарас|Т.  Г.  Шевченко]]. [[Философия]] докторы Фёдор Базенер 1842 йылда [[Хива (ҡала)|Хиванан]] Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. [[Урта Азия]]нан ҡайтып барышлай [[1929]] йылда Ырымбурҙа булған А.  В.  Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.
 
== Каруанһарайҙы төҙөү тарихы ==
[[Рәсем:Karvansarai3.jpg|right|250px]]
Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм [[мишәрҙәр]]ҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,— тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы [[В. А. Перовский]] [[1836]] йылдың [[20 апрель|20 апрелендә]] башҡорт һәм мишәр [[Кантон идараһы Башҡортостанда|кантон]] башлыҡтарына мөрәжәғәтендә  — Мин бында даими туҡталыу урыны йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине.
 
Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Каруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән.
 
Каруанһарайға [[Башҡорт-мишәр ғәскәре|башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре]] идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. Каруанһарайҙың [[мәсет|мәсете]]е иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә.
 
Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор [[А. П. Брюллов]] эшләгән проект [[1877]] йылдың [[19 ғинуар|19 ғинуарында]]ында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, [[поташ заводтары|поташ заводтарынан]]нан килгән килем керә.
 
Каруанһарайҙың төп бинаһы [[1842]] йылда төҙөлөп бөтә. [[мәсет|Мәсетте]] эске яҡтан биҙәү һәм [[манара|манараны]]ны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала.
 
1921-19361921—1936 йылдарҙа Каруанһарай йортонда [[Ырымбур башҡорт педагогия техникумы]] эшләне.
 
== Каруанһарайҙың кутак архитектураһы ==
[[Рәсем:Karvansarai1.jpg|right|200px]]
Каруанһарай иркен урында, ҡаланан ситтә төҙөлгән. Тирә-яғына Стәрлетамаҡ, Бөрө өйәҙҙәренән килтерелгән ағастар ултыртылған. Ихатаһы киҫелгән таштан яһалған кирбес менән уратып алынған. Ҡала киңәйгәс, комплекс ҡала эсендә тороп ҡала, ихатаның ярым-асыҡ яғы хәҙерге Парк проспектына ҡарап тора. Ҡауанһарай төп корпустан, [[мәсет|мәсеттән]] һәм [[манара|манаранан]]нан торған бер бөтөн архитектур берәмек. Төп корпус "«П"» хәрефе формаһында, булмәләрҙең тәғәйенләнеше төрлө булғанға айырым ишектәр ҡуйылған. Ҡунаҡтарға икенсе ҡатта казарма формаһында бүлмәләр планлаштырылған. Аттарҙы ҡуйыу өсөн тышҡы яҡта ихата ҡаралған.
 
Мәсет стеналары һигеҙ ҡырлы призма итеп төҙөлгән, өҫтө ярым сфера менән ҡапланған. Киңлеге  — 12,8  м.
 
Манараның аҫҡы өлөшөндә киң пьедестал, урта өлөшөндә һигеҙ ҡырлы призма, өҫкө өлөшөндә цилиндр формаһындағы колонна. Манара йәшел тимер менән ябылған конус менән тамамлана. Конус башында ярым ай. Бейеклеге 38,8  м.
Мәсет стеналары һигеҙ ҡырлы призма итеп төҙөлгән, өҫтө ярым сфера менән ҡапланған. Киңлеге — 12,8 м.
 
Манараның аҫҡы өлөшөндә киң пьедестал, урта өлөшөндә һигеҙ ҡырлы призма, өҫкө өлөшөндә цилиндр формаһындағы колонна. Манара йәшел тимер менән ябылған конус менән тамамлана. Конус башында ярым ай. Бейеклеге 38,8 м.
 
[[Рәсем:Karvahsarai4.jpg|right|200px]]
 
== Каруанһарайҙы асыу тантанаһы ==
Ниһәйәт, [[1846]] йылдың [[30 август|30 авгусында]] Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. Байрамға [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] командиры, Өфөнән мөфти, [[Кантон идараһы Башҡортостанда|кантон]] начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡунаҡтарҙың береһе лә саҡырыуҙы инҡар итмәй килеп етәләр. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, сукнонан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре [[сиркәү|сиркәүгә]] литургияға китәләр, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. [[мәҙин|Мәҙин]] [[манара|манаранан]]нан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, [[мөфти]] артынан халыҡ [[мәсет|мәсеткә]] инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан халыҡтың яратҡан тамашаһы  — ат ярышы үткәрелә. Ярыш тамамланған урында байрамға килгән ҡунаҡтарға ҙур табын әҙерләнә, һый-хөрмәт күрһәтелә. Шунда уҡ халыҡтың тағы бер яратҡан тамашаһы  — көрәш үткәрелә. Ярышта еңеүселәргә махсус бүләк әҙерләнә.
 
== Каруанһарайҙы ҡайтарып алыу өсөн көрәш ==
Каруанһарай төҙөлөп бөтөүгә Ырымбурҙың генерал-губернаторы итеп В. Обручев тәғәйенләнә. Ул үҙен башҡорт мәҙәниәтендәге барлыҡ сараларҙың дошманы итеп күрһәтә. Каруанһарай тартып алына һәм эска эштэр ҡарамалығына тапшырыла. Бинала [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур губерна]] канцелярияһы, канцелярия начальнигының фатиры, башҡорт ерҙәрен бүлеү буйынса комиссия, «"Оренбургская газета»"ның редакцияһы һәм типографияһы урынлаша. Башҡортар өсөн ике генә фатир ҡалдырыла  — унда мәсет хеҙмәткәрҙәре урынлаша.
 
Был хәл башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. [[1865]] йылда Ҡаруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап 10 меңгә яҡын ҡултамға йыйыла. Үҙ хәле менән төҙөгән ҡорамды халыҡ тарихи изге ҡомартҡы итеп күрә.
 
Губерна ойошмалары янында [[мосолман]] храмы булыуы мөмкин түгел тигән һылтау менән Кржижановский [[1867]] йылдың [[26 ғинуар|26 ғинуарында]]ында эске эштәр министрлығына мәсетте һәм манараны күсерергә тип, үтенес яҙа. Ул үҙенең үтенесен урыҫ хөкүмәте янында мосолман мәсете булыуы килешмәй тип нигеҙләй. Эске эштәр министрлығы башҡорттар араһындағы хәлде яҡшы белә, яңы ихталалдар күтәрелеүҙән хәүефләнеп [[1876]] йылдың [[10 июнь|10 июнендә]] Крыжановскийға «күптән эшләп килuән, зауыҡ менән төҙөлгән ҡоролманы күсереү магометан фанатизмына яңы ҡеүәт бирәсәк, тимәк был көс көсһөҙләнмәйәсәк, ә яңынан күтәреләсәк» тип яуап бирә. Крыжановский бер нисә мәртәбә үтенес яҙа, министрлыҡ барыбер мәсетте күсерергә баҙнат итмәй.
 
[[1917]] йылдың [[20 июнь|20 июнендә]] Ырымбурҙа үткән башҡорт өлкә советы съездында «Каруанһарай башҡорттар тарафынан төҙөлгән башҡорттарҙың милли ҡаҙанышы» тигән ҡарар ҡабул ителә.
Уны башҡорт халҡына ҡайтарып биреү тураһында декретҡа [[Ленин|В.  И.  Ленин]] [[1918]] йылда ҡул ҡуя.
 
Ауыр [[1921]] йылда Каруанһарайҙа [[Ырымбур башҡорт педагогия техникумы|башҡорт педагогия техникумы]] асыла.
[[1960]] йылда Каруанһарай архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауына алына.
 
[[Категория:Ырымбур өлкәһе]]
 
[[Категория:Башҡорт халыҡ тарихы]]
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]
[[Категория:Ырымбур өлкәһе]]
[[Категория:Ырымбур өлкәһе башҡорттары]]
[[Категория:Башҡорт халҡының тарихи ҡомартҡылары]]
[[Категория:Төрки халыҡтары тарихы]]
[[Категория:Тарих]]
[[Категория:Ватан тарихы]]
[[Категория:Ырымбур губернаһы]]