Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Дәүмәлдә үҙгәрештәр юҡ ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
== Көнбайыш Башҡортостан ==
Көнбайыш Башҡортостан [[Рус платформаһы]]ның көнсығыш сигендә һәм [[Урал алды]] сик бөгөмөндә урынлашҡан. Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
Көнбайыш Башҡортостан [[Рус платформаһы]]ның көнсығыш сигендә һәм [[Урал алды]] сик бөгөмөндә урынлашҡан.
Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
 
Рельеф кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙөнөң рәүешен ҡабатлағандай. Мәҫәлән, Татар көмбәҙенә Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығы рельефы тура килә, ә Башҡорт көмбәҙе өҫтөндә Өфө ялпы таулығы ҡалҡҡан. Ырымбур көмбәҙе менән Дөйөм һырт ҡалҡыулығы бәйләнгән. [[Өфө]] ялпы таулығы менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы араһында [[Ағиҙел]] буйы тигеҙлеге йәйелеп ята. Ул нигеҙҙәге бөгөмгә (һығылған тапҡырға) тура килә.