Башҡортостандың һыу ресурстары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Агидель.jpg|thumb|300px|right|Ағиҙел йылғаһы]]
 
 
'''Башҡортостандың һыу ресурстары''' — Башҡортостан Республикаһының һыу сығанаҡтарын берләштергән бол, тәбиғәт байлығы. Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаларының күпселеге [[Каспий диңгеҙе]] бассейнына ҡарай. Улар — [[Урал (йылға)|Урал]] һәм [[Ағиҙел]] йылғалары. Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтары — [[Ҡариҙел]], [[Дим]], [[Эҫем]], [[Ашҡаҙар]], [[Шәп Танып]]. Башҡа ҙур йылғаларҙан [[Йүрүҙән]], [[Ыҡ]], [[һаҡмар]]ҙың үр ағымы, [[Таналыҡ]]. [[Уй]] менән [[Миәс]] йылғалары [[Төньяҡ Боҙло океан]] бассейнына инә.
 
== Ер өҫтө һыуҙарының барлыҡҡа килеү шарттары ==
 
Беҙҙә йылға һәм күлдәрҙе һыу менән туйындырыусы төп сығанаҡ — ул атмосфера яуым-төшөмө һәм аҙыраҡ дәрәжәлә ер аҫты һыуҙары, яуым-төшөмдөң иң күп миҡдары Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәренә тура килә. Шуға ла иң ҙур йылғалар шул төбәктән башлана.
 
Юл 43 ⟶ 41:
 
Йылға үҙәненең түбәндәге киртләстәре юғарыраҡ кимәлдәгеләренән киртләстәренең бейеклеге менән айырылып тора. Йырҙа йыуҙырған тәңгәлдә киртләстәр 13 метр бейеклеккә етә. Бында инде уларҙың өҫтө ҡом менән түгел, ә һарғылт көрән төҫтәге балсыҡлы ҡатлам менән ҡапланған. Был көпшәк тау тоҡомон халыҡ балсыҡ тип атаған. Балсыҡлы тупраҡ (суглинок) балсыҡтан шуның менән айырыла, ус араһында еүешләп әүәләгәндә балсыҡ таралмай, ә балсыҡлы тупраҡ, ҡом менән балсыҡ ҡатнашмаһынан торғанға, ыуалып бара. Йылға үҙәненән күтәрелгән тәүге киртләстәр кимәлендәге ерҙе ташҡын бик көслө булғанда ла һыу баҫмай, шуға күрә ауылдар шул үҙәндәрҙә ултырған. Тупрағының ҡыҙғылт көрән төҫөнә ҡарап, ҡайһы бер ауылдарҙың исеме ҡушылған (мәҫәлән, Ҡыҙылъяр ауылы).
 
 
== Өфө йылғаһы ==
Юл 55 ⟶ 52:
 
== Ер өҫтө һыуҙары һәм кеше ==
 
Башҡортостандағы бөтә йылғаларҙың йыллыҡ ағымы уртаса 35 куб км тәшкил итә. Уларҙан Ағиҙел йылғаһына уртаса килгән йылда 30 куб км тура килә. Ҡорораҡ килгән йылдарҙа Ағиҙел ағымы 23 һәм хатта 17 куб километрға тиклем кәмергә мөмкин. Республиканың һыу ресурстары менән тәьмин ителеүе Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә тәүлегенә 25 м3 һыу тура килһә, Рәсәй буйынса был күрһәткес — 50 м3.
 
Юл 88 ⟶ 84:
== Әҙәбиәт ==
* Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)
 
* Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.