Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
оформление, категориялар
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
36 юл:
Яҙыусының 2008 йылда [[«Китап» нәшриәте]]ндә донъя күргән «Заглянуть в бездну» исемле повестар китабы «Алтын [[Урал]]» әҙәби премияһына лайыҡ булды.
 
Роберт Паль әҫәрҙәре [[башҡорт]], [[украин теле|украин]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡазаҡ]], [[татар теле|татар]], [[сыуаш теле|сыуаш]] һәм башҡа телдәргә әйләндерелгән. Уның китаптары [[Өфө]], [[Мәскәү]], [[Ҡаҙан]] һәм башҡа ҡалаларҙа донъя күрҙе. Әҙиптең һуңғы ун йыллыҡтарҙа яҙылған шиғырҙары һәм повестары [[Бельские просторы (журнал)|«Бельские просторы»]] журналында донъя күрә килә.
 
Поэзия һәм проза жанрҙары менән бергә Роберт Васильевич тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул [[башҡорт]]санан [[урыҫ теле|урыҫ]]саға [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары]] [[Рауил Бикбаев]] һәм [[Факиһа Туғыҙбаева]], билдәле әҙиптәр [[Муса Ғәли]], [[Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы|Ғилемдар Рамазанов]], [[Яҡуп Ҡолмой]], [[Тамара Ғәниева]], [[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Гөлфиә Юнысова]], [[Әнисә Таһирова]] шиғырҙарын, [[Хәким Ғиләжев]] һәм [[Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы|Әхнәф Байрамов]]тың повестарын тәржемә итте.