Башҡортостандың һыу ресурстары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
56 юл:
Башҡортостандағы бөтә йылғаларҙың йыллыҡ ағымы уртаса 35 куб км тәшкил итә. Уларҙан Ағиҙел йылғаһына уртаса килгән йылда 30 куб км тура килә. Ҡорораҡ килгән йылдарҙа Ағиҙел ағымы 23 һәм хатта 17 куб километрға тиклем кәмергә мөмкин. Республиканың һыу ресурстары менән тәьмин ителеүе Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә тәүлегенә 25 м3 һыу тура килһә, Рәсәй буйынса был күрһәткес — 50 м3.
 
һыуҺыу ресурстары тигеҙ бүленмәгән. Таулы, дым тартҡан төбәктәр һыуға байыраҡ. Таулы Башҡортостан һәм уның төньяҡ-көнсығы-шындағы төбәктәр дөйөм һыу ресурстарының 48 %-ына эйә, был районда халыҡ аҙ һанлы булғанлыҡтан, һыуҙы тотоноу бөтә сарыф ителгәндең 7 %-ын ғына тәшкил итә.
 
Республиканың көньяҡ-көнбайышында, шулай уҡ Урал аръяғында ҡоролоҡлораҡ төбәктәрҙә йылға-күлдәр һирәк һәм аҙ һыулы.
 
Дөйөм алғанда, Башҡортостан һыу ресурстарына бай һәм ул һыу менән тәьмин итер өсөн етерлек. Әммә йыл миҙгелдәре буйынса улар тигеҙ бүленмәгән. Мәҫәлән, көнбайыш төбәктәрҙә яҙғы ағым йыллыҡ ағымдың уртаса 70%-ын тәшкил итә. Тимәк, йылға һыуҙарының төп өлөшө яҙғы ташҡын ваҡытында ағып китә тигән һүҙ. Ә йәйен, эсер өсөн һәм һиптерер өсөн һыу айырыуса кәрәк булған осорҙа, йылғаларҙың, бигерәк тә ваҡ йылғаларҙың, һыуы етмәүе мөмкин.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан һыу ресурстарына бай һәм ул һыу
 
Башҡортостан йылғаларында ағымды тигеҙ бүлеү маҡсатында ҙур һыу һаҡлағыстар һәм быуалар төҙөлә.
 
Үҙ-ара тәьҫир итешеүҙең үрҙәгегә ҡапма-ҡаршы яғын: һыу —> кеше бәйләнешен ҡарап үтәйек, йәғни кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге республика һыуҙарына нисек йоғонто яһай тигән һорауға яуап бирәйек.
 
Хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙа кешенең һыу ресурстарына кире йоғонтоһо үҙен ныҡ һиҙҙерә. Ауыл хужалығы һәм сәнә-ғәт, шулай уҡ ҡалалар үҫкән һайын һыуҙы эсер өсөн, һуғарыр өсөн һәм хужалыҡ маҡсаттарына тотонор өсөн ихтыяж да өҙлөкһөҙ үҫә бара. Йылға ағымы йылына 35 куб км тәшкил иткәндә был маҡсаттарҙа йыллыҡ һыу тотоноу күләме 2,4 куб км булды ла инде. Бер ҡараһаң, был һан ҙур ҙа һымаҡ түгел — йылғаларҙың йыллыҡ ағымының 7%-ы самаһы.
 
Әммә һыуҙы тотоноу уны бысратыу һәм бысраҡ һыуҙы йылғаларға ағыҙыу менән бергә бара. Шул сәбәпле йылғаларҙың күп өлөштәрендә һыу эсер өсөн яраҡһыҙ. Унда таҙа һыуға даими рәүештә бысраҡ һыу ағып төшөп ҡушыла бара. Мәҫәлән, 1989 йылда республика
йылғаларына 773 млн м3 һыу ағыҙылһа, уларҙан 544 млн м3-ы бысраҡ һыу ине. 1996 йылда был күрһәткестәр шуға ярашлы 644 млн һәм 496 млн м3 булды. Ағып төшкән бысраҡ һыу составында хлорид, сульфат, фосфор тоҙҙары, нефть эшкәртеү ҡалдыҡтары, терегөмөш ҡатнашмалары бар. Ер өҫтө һыуҙарын бысратыу таҙартыу ҡоролмалары ҡеүәттәренең етешмәүе сәбәпле килеп сыға.
 
Кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегендә һыуҙы һаҡсыл тотонмау ҙа һыу ресурстарын аҡрынлап һайыҡтырыу сәбәптәренең береһе. Был бигерәк тә ваҡ йылғаларҙа ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, 8 йыл эсендә (1972 — 1980 йылдар) Нөгөш йылғаһының йыллыҡ ағымы яртылаш тиерлек кәмене. Сәрмәсән менән Сөн йылғаларында ул 20—40%-ҡа аҙайҙы. Был йылғаларҙа һыу ресурстарының шул тиклем кәмеүе һыуҙы баҫыуҙарҙы һәм көтөүлектәрҙе һуғарыу өсөн күп тотоноуҙан килә. һуғарыу өсөн быуалар быуыу ҙа йылғаларҙың ағымын һайыҡтыра, ә һыу тотоноуҙы арттыра. Йылға буйҙарындағы йәшеллекте ҡоротоу, ағастарҙы ҡырҡыу, көтөүлектәрҙе малдан тапатыу ҙа йылғаларға ҙур зыян килтерә, уларҙың һыу менән туйыныуын кәметә. Бәләкәй йылғалар яр буйына һалынған малсылыҡ фермаларының бысраҡ һыуҙары менән дә ныҡ бысратыла.
 
== Һыу ресурстарын һаҡлау ==
Башҡортостандың һыу ресурстары бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә һәм бында кешенең һыу ресурстарына ыңғай йоғонтоһо сағыла.
 
# Таҙартыу ҡоролмалары