Бурзянцев Александр Данилович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
 
== Биографияһы ==
Александр Данилович [[1928 йыл]]дың [[19 октябрь|19 октябрендә]] [[Йылайыр районы]]ның Ново-Преображенск ауылында контора хеҙмәткәре һәм ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Утыҙынсы йылдарҙа атаһы һис ғәйепһеҙ ҡулға алына, ә [[1943 йыл]]да Сталинград эргәһендә һуғышта һәләк була. Әсәһе өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Александр живопись менән тәүге тапҡыр, фронтовик рәссам Константин Ляпкин менән осрашыу һөҙөмтәһендә, ун ете йәшендә таныша. Уның кәңәше менән Пенза художество училищеһына уҡырға инә, тамамлағас, Йылайыр районында рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан [[Өфө]]гә күсеп килә һәм бында рәссамдың таланты тулыһынса асыла. Хәҙер Александр Бурзянцевтың картиналары күп музейҙарҙа — [[Третьяков галерея]]һындагалереяһында, Рус музейында урынлаштырылған, ә иң ҙур коллекцияһы — [[Өфө]]ләге Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейында.
 
Ул [[1997 йыл]]дың майында вафат була. Ғүмеренең һуңғы йылында Александр Данилович «Быймалар — фронтҡа» тигән полотноһын төшөрә һәм уны Йылайыр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итә. Картинаһында рәссам үҫмер сағында Йылайыр районы сәнәғәт комбинатының быйма баҫыу цехында эшләп йөрөгән сағын һүрәтләгән.