Таһирова Майя Афзал ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ib
к
7 юл:
| Место рождения = {{ТУ|Өфө}}
| Дата смерти = 09.06.2003
| Профессия = балет артиһы, педагог
| Гражданство = {{Флагификация|СССР}}&nbsp;→<br />{{Флагификация|Российская Федерация}}
| Годы активности = 1949—2003
16 юл:
| imdb_id =
}}
{{фамилиялаш|Таһиров}}
'''Таһирова Майя Авзал ҡыҙы''' (1931—2003) — [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған, [[Башҡортостан]]дың халыҡ артисткаһы, [[Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы]] лауреаты.
 
== Биографияһы ==
Билдәле башҡорт яҙыусыһы [[Таһиров Авзал Мөхөтдин улы|Авзал Таһировтың]] иркә ҡыҙының хәсрәтһеҙ бала сағы бик ҡыҫҡа була. [[1937 йыл]]да атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алынып, атыуға хөкөм ителә. Әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһын, айырып, ике балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.
 
[[1943 йыл]]да [[Ленинград хореография училищеһы]]нанучилищеһынан [[Өфө]]гә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә. Төньяҡ баш ҡалала үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.
 
Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәшен — Илдус Хәбировты атар булған. Майя Авзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. [[Фәйзи Ғәскәров]] исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй. Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ былар менән генә лә сикләнеп ҡалмай, Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә. Мәҙәниәтебеҙ тарихына мираҫҡа башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.
 
== Эшмәкәрлеге ==
* Мария («Бахчисарайский фонтан», Б. АсафьеваАсафьев)
* Одетта-Одиллия («Лебединое озеро», П. ЧайковскогоЧайковский)
* Жизель («Жизель», А. АданаАдан)
* Сари («Тропою грома», К. КараеваКараев)
* Джульетта («Ромео и Джульетта», С. ПрокофьеваПрокофьев)
* Никия («Баядерка», Л. МинкусаМинкус)
* Эсмеральда («Эсмеральда», Ц. Пуни)
* Хасинта («Лауренсия», А. А. КрейнаКрейн)
* Ледяная дева («Сольвейг», Э. ГригаГриг)
* Зәйтүнгөл, торналар башлығы («Журавлиная песнь», Л. СтепановаСтепанов иһәм З. ИсмагиловаИсмагилов)
* Гөлнәзирә («Гөлнәзирә», Н. Сабитов)
* Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», Х. Заимов һәм А. Чугаева)
 
== Наградалары ==
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы (707.06.1955)
* Башҡортостандың халыҡ артисткаһы (2001)
* [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы]] лауреаты (1969)
 
== Һылтанмалар ==
[http://kulturarb.ru/ba/person/?ELEMENT_ID=17922 Таһирова Майя]
 
[[Категория:Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]
[[Категория:Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаттары]]