Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
 
Был ерҙәрҙә бик боронғо, кембрийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән [[Тау тоҡомо|тау тоҡомдары]], йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл [[һәүерташ]]тарҙан, [[кварцит]]тан, шулай уҡ [[Магма тау тоҡомдары|магма тоҡомдар]] — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.
 
Кембрийға тиклемге осорҙан һуң 150 млн йылдан ашыу ваҡыт буйына, йәғни ғәмәлдә бөтә иртә палеозой дәүерендә, был өлкә тигеҙ ҡоро ерҙән торған. Унда инде тау хасил булыу һәм вулкан күренештәре ҡабатланмаған. Фәҡәт тау тоҡомдары емерелеп, шул урындағы ер өҫтө тигеҙләнә барған. Ул бөтөнләй бер ниндәй тереклек булмаған ташлы сүлде тәш¬килтәшкил иткән. Сөнки ул саҡта, иртә палеозой дәүерендә, тереклек [[Донъя океаны]]нан сыҡмаған булған әле.
 
һуңғы палеозой башланған осорҙа Көнбайыш Башҡортостан еренә көнсығыштан диңгеҙ бассейны баҫып ингән һәм бында бөтә һуңғы палеозой буйына йәйрәп ятҡан. Ваҡыт- ваҡыт сигенеп торған диңгеҙ төбөндә башлыса мәте һәм эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның ултырма өҫкө ҡатламын тәшкил итә һәм был япманы скважина быраулап ҡына асырға мөмкин. Улар араһында девон, таш күмер һәм пермь ҡатлам-дарыҡатламдары айырылып тора. Нигеҙҙе ябып торған ултырма тау тоҡомдары ҡатламы горизонталь яҫылыҡта ята, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына улар һөҙәк тулҡындар хасил итеп бөгөлгән.
 
=== Палезой дәүере ===
36 110

үҙгәртеү