Баннов Геннадий Ефимович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
Геннадий Ефимович Баннов 1928 йылдың 28 декабрендә [[Төмән]] ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда Новосибирск тимер юл училищеһына уҡырға инә, бер йылдан һуң уҡыуын дауам итергә [[Өфө]] тимер юл техникумына күсерелә. Уны уңышлы тамамлағас, йүнәтмә менән [[Сахалин өлкәһе]]нең Александровск ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Аҙаҡтан Южно-Сахалинск ҡалаһында Хеҙмәт резервтарының өлкә идаралығында инспектор, һуңынан идаралыҡ совет рәйесенең урынбаҫары була.
 
1953 йылдан Геннадий Баннов [[Өфө]]лә йәшәй. Башта Хеҙмәт резервтары системаһында, шунан [[йылға]]сылар, аҙаҡтан полиграфистарҙың һөнәрселек училищеләрендә эшләй, 26-сы урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1962 йылдан 1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы 118-се урта һөнәрселек техник училищеһында директор була. Ситтән тороп уҡытыусылар институтын һәм [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлай.
 
Мәғариф һәм һөнәри белем биреү өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «[[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, К.  Д.  Ушинский миҙалы менән бүләкләнгән.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Геннадий Баннов йәш сағынан [[спорт]]ҡа ныҡлап ылыға. [[Башҡортостан Республикаһы]] Бокс федерацияһының рәсми сайтында мәғлүмәттә «[[Бөйөк Ватан һуғышы]]нан һуң үткәрелгән [[БАССР]]-ҙың беренсе чемпионатында ҙур уңышҡа өлгәшеүселәр» араһында уның да исеме бар. Артабан да төп эше менән бер рәттән Г. Баннов бокс менән әүҙем шөғөлләнә, [[Сахалин өлкәһе]]нең һәм [[Башҡортостан]]дың чемпионы була. Бынан төш, ул спорттың был төрөн таратыуға, пропагандалауға һәм артабан үҫтереүгә лә ҙур көс һала. Геннадий Баннов хаҡлы рәүештә республикала боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып танылған.
 
== Әҙәби ижады ==
Геннадий Баннов уҙған ХХ быуаттың илленсе йылдары аҙағында әҙәби ижад менә әүҙем шөғөлләнә башлай. 1957 йылдан уның публицистик мәҡәләләре, очерктары һәм [[хикәйә]]ләре [[гәзит]]-[[журнал]]дарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа даими баҫылып килә. Ул башлыса үҙе яҡшы бөлгән мөхит — һөнәри училищеләрҙә уҡыусылар, эшсе йәштәр һәм спортсылар тураһында яҙа. [[Журналистика]]ны [[нәфис әҙәбиәт]] өҫтөндә эшләү менән тығыҙ бәйләп алып барырға көндәлек тырышлығын һала. Артабанғы бер нисә тиҫтә йыл арауығанда сыҡҡан унға яҡын [[проза]] китабында ул [[Бөйөк Ватан һуғышы]] елдәре ҡағылған быуын вәкилдәренең яҙмышын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй, үҙ геройҙарының эске донъяһын һәм уй-кисерештәрен асып биреүҙә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана.
Әҙиптең «Под сенью черемухи» исемле [[урыҫ теле]]ндәге беренсе [[хикәйә]]ләр йыйынтығы [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә 1970 йылда донъя күрә. «Ребята из девятнадцатой» тип аталған повесы 1973 йылда баҫыла, һәм автор уның өсөн [[Башҡортостан]] комсомолы премияһын ала.
 
1974 йылда Геннадий Баннов [[СССР]] Яҙыусылар союзынасоюзы]]на ағза итеп ҡабул ителә.
 
1980 йылда [[Өфө]]лә сыҡҡан «Звезды на росстани» повесы 1985 йылда [[Мәскәү]]ҙең «Современник» нәшриәтендә тағы бер әҫәре менән бергә яңынан нәшер ителә һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының, СССР Яҙыусылар союзының һәм СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитетының берлектәге Бөтә союз премияһына лайыҡ була.
46 юл:
 
== Китаптары ==
* Под сенью черемухи: Рассказы.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970.  — 128 с. (урыҫ.)
* Ребята из девятнадцатой: Повесть.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973.  — 214 с. (урыҫ.)
* Звезды на росстани: Повесть.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980.  — 208 с. (урыҫ.)
* Звезды на росстани: Повести.  — М.: Современник, 1985.  — 238 с. (урыҫ.)
* Висячий камень: Повести, рассказы.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987.  — 320 с. (урыҫ.)
* Эстафета: Повести.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991.  — 336 с. (урыҫ.)
* Виктория: Роман.  — Уфа: Китап, 1996.  — 254 с. (урыҫ.)
* Отзовется вдали колокольцами: Повести.  — Уфа: Китап, 2004.  — 516 с. (урыҫ.)
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
60 юл:
* ВЛКСМ Үҙәк Комитетының, СССР Яҙыусылар союзының һәм СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитетының берлектәге Бөтә союз премияһы (1985)
* [[Славян телдәр|Славян]] яҙмаһы һәм [[мәҙәниәт]]е халыҡ-ара фондының маҡтаулы дипломы (1993)
* К.  Д.  Ушинский миҙалы
 
== Сығанаҡтар ==