Бөйөк Моголдар империяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
100 юл:
|Тема = Империя Великих Моголов
}}
 
 
Көнсығыш дәүләттәре бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан йәки европалар өсөн үҙ илдәрен «бикләү» иҫәбенә генә азатлыҡтарын һаҡлаған. Был донъянан айырымланыуға килтергән. XVIII быуатта Көнсығыш илдәре һаман да традицион йәмғиәт сиктәрендә йәшәгән һәм был Европанан артта ҡалыуға сәбәп булған.
 
== Һиндостандағы Бөйөк Моголдар империяһы ==
 
XVI быуатта һиндостандағы сәйәси тарҡаулыҡ һәм феодалдарҙың үҙ-ара ыҙғыштары Кабул (Афғанстан) хакимы Бабурға бик ҙур һинд ерҙәрен (көнбайышта Кабулдан алып көнсығышта Бенгалияға тиклем) баҫып алыуҙы еңеләйткән.
 
Юл 111 ⟶ 109:
{{Төп мәҡәлә|Бабур}}
[[Файл:Babur.2.jpg|мини|Бабур]]
Бабур тарихҡа уңышлы баҫып алыусы, алыҫтан күрә белеүсе сәйәсмән, оҫта шағир, иҫтәлектәр яҙыусы һәм мажаралар эҙләүсе булараҡ кергән. Был үзбәк феодалының атаһы  — Тимер, ә әсәһе Сыңғыҙхан нәҫеленән булған. Феодалдарҙың үҙ-ара һуғыштарында Афғанстанға ҡасҡан һәм Хабулда ҡулына власть алған. 1519 йылда Бабур һиндостанға баҫып алыу яуҙары башлаған һәм уны яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
 
== Бабур яуы ==
1526 йылда Бабур 20 меңлек ғәскәре менән һиндостанға баҫып ингән, бер нисә яуҙа еңгән һәм Моголдар империяһына башланғыс һалған, һинд феодалдары өҫтөнән еңеүе менән Бабур үҙенең тәжрибәле, яуҙарҙа сыныҡҡан армияһына, оҫта артиллерияға һәм яңы һуғыш алымдарына (мәҫәлән, йәйәүле ғәскәрҙе һәм артиллерияны ҡайыштар менән бәйләнгән ылауға ышыҡлау) бурыслы булған. Император булғас (Бөйөк Моголдар империяһында императорҙы «падишаһ» тип йөрөткәндәр) Бабур феодаль ыҙғыштарҙы бөтөргән, сауҙаны ҡурсалаған, ләкин ул үҙ империяһына нигеҙ һалыр-һал-маҫтан, 1530 йылда вафат булған.
 
Бабурға алмашҡа килеүселәр осоронда Моголдар империяһы һәр ваҡыт үҙ биләмәләрен киңәйтеп торған. XVII быуат аҙағына уға ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөнән тыш бөтә [[Һиндостан]] һәм көнсығыш [[Афғанстан]] ингән.
 
=== Дин ===
Һиндостанға килгән баҫып алыусыларҙың дине [[ислам]] булған, ләкин халыҡтың төп, яҡынса дүрттән өс өлөшө, [[индуизм]]ға ышанған.
 
Юл 123 ⟶ 122:
 
== «Бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ» ==
 
Бөйөк Моголдар империяһы Акбар (1556—1605) идара иткән йылдарҙа бигерәк тә сәскә атҡан. Ул Моголдар империяһын ысын төҙөүсе, көслө үҙәкләштергән дәүләт булдырырға ынтылыусы талантлы реформатор булараҡ тарихҡа ингән. Ҡайҙа көс, ҡайҙа хәйлә менән эш итеп ул, үҙ дәүләте территорияһын күп тапҡырҙарға ҙурайтҡан.
 
Юл 141 ⟶ 139:
 
Уның дини сәйәсәте бөтә диндәрҙе лә тиң итеп таныуҙан ғибәрәт булған. Ә Акбар Филипп 2-нең Испанияла католик динен тотмаусыларҙы ҡыуыуы һәм Франциялағы ҡанлы дини һуғыштар заманында йәшәгән.
 
=== Акбар ===
{{Төп мәҡәлә|Акбар}}
Юл 155 ⟶ 154:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Әҙәбиәт ==
Юл 172 ⟶ 171:
 
{{Осколки Монгольской империи}}
{{викилаштыр}}
 
[[Категория:Бөйөк Моголдар империяһы| ]]
[[Категория:Тимуридтар]]
[[Категория: Тарих]]
 
[[Категория: Тарих]]