Бөйөк Моголдар империяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
115 юл:
== Бабур яуы ==
1526 йылда Бабур 20 меңлек ғәскәре менән һиндостанға баҫып ингән, бер нисә яуҙа еңгән һәм Моголдар империяһына башланғыс һалған, һинд феодалдары өҫтөнән еңеүе менән Бабур үҙенең тәжрибәле, яуҙарҙа сыныҡҡан армияһына, оҫта артиллерияға һәм яңы һуғыш алымдарына (мәҫәлән, йәйәүле ғәскәрҙе һәм артиллерияны ҡайыштар менән бәйләнгән ылауға ышыҡлау) бурыслы булған. Император булғас (Бөйөк Моголдар империяһында императорҙы «падишаһ» тип йөрөткәндәр) Бабур феодаль ыҙғыштарҙы бөтөргән, сауҙаны ҡурсалаған, ләкин ул үҙ империяһына нигеҙ һалыр-һал-маҫтан, 1530 йылда вафат булған.
Бабурға алмашҡа килеүселәр осоронда Моголдар империяһы һәр ваҡыт үҙ биләмәләрен киңәйтеп торған. XVII быуат аҙағына уға ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөнән тыш бөтә һиндостан[[Һиндостан]] һәм көнсығыш [[Афғанстан]] ингән.
 
===Дин===
Һиндостанға килгән баҫып алыусыларҙың дине [[ислам]] булған, ләкин халыҡтың төп, яҡынса дүрттән өс өлөшө, индуизмға[[индуизм]]ға ышанған.
 
Ислам Бөйөк Моголдар империяһының дәүләт диненә, феодал аҡһөйәктәрҙең күбеһенең диненә әүерелгән. Мосолман хакимдары, халыҡтың әҙселеге вәкилдәре булып ҡалһа ла, һиндостанға быуаттар буйы идара итә алған, сөнки улар алып барған сәйәсәт, индус кенәздәре сәйәсәтенән бер нәмәһе менән дә айырылмаған. Улар шулай уҡ закон һәм тәртип һаҡлаған, һалымдар йыйған, закондарҙы тотоу шарты менән «кафырҙарға» үҙ йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек биргән.