Бөйөк Моголдар империяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
109 юл:
 
=== Бабур ===
Бабур тарихҡа уңышлы баҫып алыусы, алыҫтан күрә белеүсе сәйәсмән, оҫта шағир, иҫтәлектәр яҙыусы һәм мажаралар эҙләүсе булараҡ кергән. Был үзбәк феодалының атаһы — Тимер, ә әсәһе Сыңғыҙхан нәҫеленән булған. Феодалдарҙың үҙ-ара һуғыштарында Афғанстанға ҡасҡан һәм Хабулда ҡулына власть алған. 1519 йылда Бабур һиндостанға баҫып алыу яуҙары башлаған һәм уны яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
 
== Бабур яуы ==
1526 йылда Бабур 20 меңлек ғәскәре менән һиндостанға баҫып ингән, бер нисә яуҙа еңгән һәм Моголдар империяһына башланғыс һалған, һинд феодалдары өҫтөнән еңеүе менән Бабур үҙенең тәжрибәле, яуҙарҙа сыныҡҡан армияһына, оҫта артиллерияға һәм яңы һуғыш алымдарына (мәҫәлән, йәйәүле ғәскәрҙе һәм артиллерияны ҡайыштар менән бәйләнгән ылауға ышыҡлау) бурыслы булған. Император булғас (Бөйөк Моголдар империяһында императорҙы «падишаһ» тип йөрөткәндәр) Бабур феодаль ыҙғыштарҙы бөтөргән, сауҙаны ҡурсалаған, ләкин ул үҙ империяһына нигеҙ һалыр-һал-маҫтан, 1530 йылда вафат булған.
Бабурға алмашҡа килеүселәр осоронда Моголдар империяһы һәр ваҡыт үҙ биләмәләрен киңәйтеп торған. XVII быуат аҙағына уға ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөнән тыш бөтә һиндостан һәм көнсығыш Афғанстан ингән.
 
===Дин===
Һиндостанға килгән баҫып алыусыларҙың дине ислам булған, ләкин халыҡтың төп, яҡынса дүрттән өс өлөшө, индуизмға ышанған.
 
Ислам Бөйөк Моголдар империяһының дәүләт диненә, феодал аҡһөйәктәрҙең күбеһенең диненә әүерелгән. Мосолман хакимдары, халыҡтың әҙселеге вәкилдәре булып ҡалһа ла, һиндостанға быуаттар буйы идара итә алған, сөнки улар алып барған сәйәсәт, индус кенәздәре сәйәсәтенән бер нәмәһе менән дә айырылмаған. Улар шулай уҡ закон һәм тәртип һаҡлаған, һалымдар йыйған, закондарҙы тотоу шарты менән «кафырҙарға» үҙ йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек биргән.
 
== «Бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ» ==
 
Бөйөк Моголдар империяһы Акбар (1556—1605) идара иткән йылдарҙа бигерәк тә сәскә атҡан. Ул Моголдар империяһын ысын төҙөүсе, көслө үҙәкләштергән дәүләт булдырырға ынтылыусы талантлы реформатор булараҡ тарихҡа ингән. Ҡайҙа көс, ҡайҙа хәйлә менән эш итеп ул, үҙ дәүләте территорияһын күп тапҡырҙарға ҙурайтҡан.
 
Акбар үҙәк власты төрлө ҡатламдар яҡлағанда ғына империяның көслө буласағын аңлаған.
Һинд теленә яраҡлаштырып «могол» (йәғни монгол) тип әйтеү һиндостанда хәрби-феодал аҡһөйәктәрҙең мосолман өлөшөн, ә унан ситтә Дели тәхетендә нығынған Бабур династияһы нәҫелдәрен атауға әйләнгән. Был хакимдар үҙҙәрен моголдар тип атамаған.
 
== Акбар реформалары ==
Акбар идара итеү реформаһын үткәргән. Ул, монархҡа эшһеҙлек килешмәй, тип иҫәпләгән һәм үҙе бөтә эштәрҙең айышына төшөнгән.
 
Ул бөтә эре ер биләүселәрҙе (мосолман һәм индустарҙы), сауҙагәрҙәрҙе үҙ яғына ауҙарған, һәнәрҙәр һәм сауҙа үҫешен дәртләндергән.
 
Идара итеүенең тәүге йылдарында уҡ ул крәҫтиәндәр өсөн һалым күләмен билдәләп (уңыштың өстән бер өлөшө) һәм откупщик вазифаһын бөтөрөп, һалым реформаһы үткәргән. Хәҙер крәҫтиәндәр һалымды туранан-тура дәүләткә биргән. Быға өҫтәп, һалым бөтә биләмәнән түгел, ә эшкәртелгән майҙандан ғына йыйылған. Акбар илдең үҙәк өлөшөндә һалымдарҙы аҙыҡ-түлек менән түләүҙән аҡсалата түләүгә күсергән. Ләкин был уларҙың хәлдәрен ауырайтҡан, сөнки аҙыҡ-түлек бик арзан булғанлыҡтан, крәҫтиәндәр ростовщиктарҙан бурысҡа аҡса алып торорға мәжбүр булған.
 
Акбар һуғарыу системаһын тәртиптә тотоу тураһында ҡайғыртҡан, хәрби әсирҙәрҙе ҡолға әйләндереүҙе тыйған.
 
Уҡымышлы һәм төрлө диндәрҙең һыйышып йәшәүе яҡлы хаким булараҡ, ул индус һәм мосолмандарҙың бер-береһен аңлауына ынтылған, был башлыса уның алдан күрә белеүсе сәйәсмән булыуы менән аңлатылған. Акбар мосолман булмаған подданныйҙарҙан йыйылған һалымдарҙы бөтөргән, индуизмды өйрәнеүҙе хуплаған, индус ҡорамдары төҙөргә һәм байрамдар үткәрергә рөхсәт иткән.
 
Уның дини сәйәсәте бөтә диндәрҙе лә тиң итеп таныуҙан ғибәрәт булған. Ә Акбар Филипп 2-нең Испанияла католик динен тотмаусыларҙы ҡыуыуы һәм Франциялағы ҡанлы дини һуғыштар заманында йәшәгән.
=== Акбар ===
Акбар сәнғәттәрҙе ҡурсалаусы булараҡ та танылған. Уның бойороғо буйынса ғалимдар һәм шағирҙар боронғо индус эпосын фарсы теленә тәржемә иткән. Император оҫтаханаһында рәссамдар монгол миниатюраһының гүзәл өлгөләрен яҙған, илгә католик-миссионерҙар алып ҡайтҡан Европа гравюраларынан күсермәләр яһалған. Был оҫтаханала портреттар һәм төрлө жанрҙағы күренештәр ижад ителгән, китаптар биҙәлгән.
Акбарҙың «бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ» принцибы менән үткәргән реформалары Бөйөк Моголдар империяһын нығытҡан. Ул идара иткән йылдарҙа төрлө диндәр сағыштырмаса гармонияла йәшәгән үҙенсәлекле йәмғиәт барлыҡҡа килгән.
 
== Империяның көрсөклөк кисереүе һәм тарҡалыуы ==
Акбар вафат булғандан һуң уның эшен дауам итеүселәр көслө үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөй алмаған, һинд йәмғиәте бигерәк айырымланған булған: каста ҡоролошо, индус һәм мосолман диндәре, иҡтисади һәм мәҙәни үҫештең төрлө кимәлдәрендә торған күп халыҡтар. Фетнәләргә һәр саҡ әҙер аҡһөйәктәрҙең яңынан-яңы ерҙәргә эйә булыу теләген ҡәнәғәтләндереү маҡсатында алып барылған баҫып алыу һуғыштары ла империяны көсһөҙләндергән. Хеҙмәт итеү осорона ер алғас, уның ваҡытлы хужалары крәҫтиәндәрҙән мөмкин тиклем күберәк һалым түләткән. Был тотош әлкәләрҙең ярлыланы-уына, крәҫтиәндәрҙең хәйерселәнеүенә килтергән. Ҡаҙнаға килгән һалым әҙәйгәндән-әҙәйгән, һәм Моголдар янынан-яңы баҫып алыу һуғыштары башлаған. Ләкин империяның майҙаны ни тиклем ҙурайһа, үҙәк власть шул тиклем көсһөҙләнгән.
 
XVIII быуат башынан алып падишаһтарҙың власы күҙ буяу өсөн генә ҡалған. Провинциялар бер-бер артлы айырылып сыҡҡан. Императорҙар ғәмәлдәге власты юғалтҡан, ләкин уны кенәздәр ҡулға төшөргән. 1739 йылда фарсы баҫҡынсыһы Надир-шаһтың атлы ғәскәре Делиҙы ҡыйратҡан һәм баш ҡала халҡының төп өлөшөн юҡ иткән. Аҙаҡ һиндостандың төньяғын афғандар баҫып алған.
 
XVIII быуаттың беренсе яртыһына һиндостан ғәмәлдә тарҡаулыҡ хәленә кире ҡайтҡан, был уның Европа тарафынан коло-ниялаштырылыуын еңеләйткән.
 
[[Категория: Тарих]]