Баннов Геннадий Ефимович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
Геннадий Ефимович Баннов 1928 йылдың 28 декабрендә [[Төмән]] ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда Новосибирск тимер юл училищеһына уҡырға инә, бер йылдан һуң уҡыуын дауам итергә [[Өфө]] тимер юл техникумына ебәрелә. Техникумды тамамлағас, йүнәтмә менән Сахалин өлкәһенең Александровск ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Аҙаҡтан Южно-Сахалинск ҡалаһында Хеҙмәт резервтарының өлкә идаралығында инспектор, һуңынан идаралыҡ совет рәйесенең урынбаҫары була. Ситтән тороп уҡытыусылар институтын һәм [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлаған.
 
1953 йылда Геннадий Баннов [[Өфө]]гә күсеп ҡайта. Башта Хеҙмәт резервтары системаһында, шунан [[йылға]]сылар, аҙаҡтан полиграфистарҙың һөнәрселек училищеләрендә эшләй, 26-сы урта мәктәптә уҡыу бүлеге мөдире була. 1962 йылдан 1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы 118-се урта һөнәрселек техник училищеһында директор була. Ситтән тороп уҡытыусылар институтын һәм [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлай.
 
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Геннадий Баннов йәш сағынан спортҡа ныҡлап ылыға. БР Бокс федерацияһының рәсми сайтында “Бөйөк Ватан һуғышынан һуң үткәрелгән БАССР-ҙың беренсе чемпинатында ҙур уңышҡа өлгәшеүселәр араһында Геннадий Банновтың да исеме бар. Ул артабан да төп эше менән бер рәттән бокс менән әүҙем шөғөлләнә, Сахалин өлкәһенең һәм Башҡортостандың чемпионы була. Бынан төш ул спорттың был төрөн таратыуға, пропагандалауға һәм артабан үҫтереүгә лә ҙур көс һала. Ул хаҡлы рәүештә республикала боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып һанала.
 
== Китаптары ==