Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
76 юл:
1649 йылдың 17 мартындағы парламент акты менән король власы «халыҡ өсөн кәрәкһеҙ, ауыр һәм ҡурҡыныс» тип табылған һәм юҡҡа сығарылған. Ике көндән лордтар палатаһы ла шундай уҡ яҙмышҡа тарыған.
 
1649 йылдың 19 майында Англия республика тип иғлан ителгән. Бай сауҙагәрҙәр, эшҡыуарҙар һәм яңы дворяндар власҡа килгән. Закондар сығарыу власы тулыһынса ағзалары үҙҙәрен «Англия азатлығы»н һаҡлаусылар тип атаған общиналар палатаһынан торған бер палаталы парламентҡа күскән. Башҡарма власть 41 кешенән торған советҡа тапшырылған, уның башында Оливер Кромвель етәкселегендәге хәрбиҙәрҙең юғары ҡатламы торған. Ләкин ҡала ярлыларының һәм крәҫтиәндәрҙең тормошонда бер нәмә лә тиерлек үҙгәрмәгән.
 
Король менән парламент араһындағы граждандар һуғышы пуритандарҙың еңеүе менән тамамланған. Карл I язалап үлтерелгән, Англияла абсолютизм бөтөрөлгән. Парламент илде республика тип иғлан иткән.