Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
52 юл:
''* «Йомро башлылар» — аҡһөйәктәр затлы нәҫелдән сыҡмаған һәм бай булмаған кешеләрҙе кәмһетеп шулай атағандар, сөнки оҫта ярҙамсылары һәм өйрәнсектәре сәстәрен ҡыҫҡа итеп алдырып йөрөткән.
* «Кавалерҙар» — ҡала халҡы аҡһөйәктәр вәкилдәрен уларҙың ҡабарынҡы париктары, ебәктән һәм бәрхәттән тегелгән һәм селтәр менән биҙәлгән кейемдәре өсөн шулай атаған.''
 
Был армияны генерал-лейтенант дәрәжәһен алған Оливер Кромвель (1599—1658) төҙөгән.
Составына Кромвель кавалерияһы ла ингән парламент армияһы 1645 йылдың 14 июнендә Нейзби ауылы
алышта король армияһын ҡыйратҡан. Карл I, ә уның артынан армияһы ла, ҡасҡан. Дошмандың бөтә артиллерияһы һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ королдең йәшерен хаттары еңеүселәр ҡулына эләккән. Был хаттарҙан Карл 1-нен ирланд католиктарынан һәм Франция короленән парламентҡа ҡаршы һуғышыу өсөн ярҙам һорарға ниәтләнеүе билдәле булған. Король, сит кеше кейеменә кейенеп, йәшерен рәүештә Шотландияға ҡасҡан.
 
== Парламент реформалары ==
«Кавалерҙар» армияһын тар-мар итеү күбеһенсә уртасыл пуритандарҙан торған парламентҡа мөһим үҙгәрештәр үткәреү мөмкинлеген биргән: ер биләүсе дворяндар ер өсөн король файҙаһына түләүҙән азат ителгән. Хәҙер ер уларҙың тулы милке тип иғлан ителгән. Сауҙагәрҙәргә сауҙа итеү өсөн рөхсәтте һатып алыу кәрәк булмаған. Сиркәү парламентҡа буйһондоролған, ә королдең, уның яҡлыларҙың, епископтарҙың ерҙәре тартып алынған. Ләкин крәҫтиәндәргә ер бирелмәгән, улар ерҙән элеккесә ваҡытлыса ғына файҙалана алғандар, уларҙың ер хужалары файҙаһына йөкләмәләре лә һаҡланған.
Парламент Карл I менән ярашырға ынтылған — королдән үткәрелгән бөтә реформалар һәм пуритан сиркәүенең хакимлығы менән килешеү генә талап ителгән. Ләкин армияла хеҙмәт итеүсе һәм тәүәккәллерәк фекер йөрөтөүсе пуритандар бының менән ризалашырға теләмәгән, улар теләгән динде тотоу азатлығын һәм король власын нығыраҡ сикләүҙе талап иткән.
Нейзби янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл I шотландтар лагерында оҙаҡ ҡалмаған — ғәмәлдә улар әсирҙе парламентҡа һатҡан. 1647 йылдың ҡышында королде замокка бикләп ҡуйғандар. Үҙһүҙле Карл I ҡараштарын үҙгәртмәгән һәм парламент менән компромисҡа барырға, йәғни ташламалар яһап, ярашырға теләмәгән.
Шул уҡ ваҡытта армия һалдаттары «...'Канлы Карл Стюартты ҡан ҡойғаны һәм Аллаһы Тәғәлә эшенә, был иҙелгән илдең халҡына килтергән яуызлыҡтары өсөн яуапҡа тарттырыуҙы» талап иткән. Ошо шарттарҙа армия парламентта таҙартыу ойошторған — барлыҡ уртасыл пуритандарҙы ҡыуған («операция» полковник Прайд етәкселегендә үткәрелгән, шунлыҡтан «Прайд таҙартыуы» тип аталған). Парламентта ҡалған депутаттар армияның талаптарына ҡушылған. Королде хөкөм итеү өсөн, 150 кешенән торған ғәҙәттән тыш суд ойошторолған.
Хөкөм 1649 йылдың 20 ғинуарында башланған. Ҡара күлдәк кейгән Карл I ун ике һалдаттан торған һаҡ аҫтында был судтың законлы түгеллеген күрһәтергә тырышып, эшләпәһен һалмаған. Ул үҙен бик эре тотҡан һәм ярашыуға барырға теләмәгән.