Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
== Король менән парламент араһында граждандар һуғышы ==
 
1642 йылдың авгусы аҙағында кисен Карл I Ноттингемдағы замок ҡыйығында король байрағын (штандартын) күтәргән. Был королдең үҙенең вассалдарын йөкләмәләрен үтәргә саҡырыуҙы аңлатҡан. Барабан ҡаҡҡандар, торба тауыштары яңғыраған һәм ҙур булмаған халыҡ төркөмө йыйылған. Кешеләр кәпәстәрен күккә сөйөп, хуплау һүҙҙәрен ҡысҡырғандар: «Йәшәһен Карл I!» «Йомро башлылар»ҙы аҫырға!» Ләкин, дөйөм алғанда, ҡала халҡы рухи төшөнкөлөккә бирелгән. Кешеләр бәлә килеүен һиҙенгән.
 
Бер аҙнанан байраҡты ел осороп алып киткән, быны насарға юрағандар. Англия үҙ-ара дошманлашҡан ике лагерға: король яҡлы «кавалерҙар»ға һәм парламент яҡлы «йомро башлылар»ға бүленгән.
 
Артта ҡалған төньяҡ һәм көнбайыш графлыҡтар «Алла өсөн, король Карл өсөн!» тигән өндәмә яҙылған король байрағы аҫтына баҫҡан. Иҡтисади яҡтан үҫешкәнерәк көньяҡ-көнсығыш парламент яҡлы булған.
 
Тәүҙә һуғышта парламент яҡлылар уңышҡа өлгәшә алмағандар, сөнки күбеһенсә дворяндарҙан торған король армияһы һуғышҡа яҡшыраҡ өйрәтелгән. Бынан тыш, парламент юлбашсылары король менән һөйләшеп килешеүгә өмөтләнгәндәр һәм тәүәккәллек күрһәтмәгәндәр. Шулай ҙа 1645 йыл башында общиналар палатаһы парламент армияһын көсәйтеү буйынса саралар үткәргән, берләшкән ғәскәр ойошторолған. Башлыса үҙҙәре теләп килгән крәҫтиәндәрҙән, һөнәрселәрҙән, мануфактура эшселәренән торған яны өлгөләге армия шулай төҙөлгән. Офицерҙарҙың байтағы дворян сығышлы булмаған. Полковниктар рәтендә итек тегеүсе Хьюстон, йөк ташыусы Прайд, ҡаҙанлыҡ эшсеһе Фокс һәм башҡа ябай кешеләр булған. Күп офицерҙар бөтөнләй йәш булған. Армия үҙен «короллек быуған золомдан ҡотҡарыусы» итеп һанаған.
 
=== Оливер Кромвель ===
[[Файл:Cooper, Oliver Cromwell.jpg|thumb|left|Оливер Кромвель]]
 
Оливер Кромвель пуритан ҡағиҙәләренә буйһоноп йәшәгән ауыл дворяндары ғаиләһендә тыуған. Улар буш ваҡыттарын сиркәүгә йөрөүгә һәм Тәүрат уҡыуға арнаған. Йәш Кромвель Лондонда хоҡуҡ ғилемен өйрәнгән, унан тыуған яғына ҡайтып, хужалыҡ менән шөғөлләнә башлаған. 1628 йыл уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән — ул парламентҡа һайланған. 1640 йылда Оҙайлы парламент эш башлағас, депутаттар араһында тәүәккәл Оливер Кромвель дә булған. Уның сәйәси көрәшсе һәләттәре асылған. Кромвель шәп ойоштороусы һәм полководец булған.
1642 йылдың сентябрендә Оливер Кромвель уның яҡлылар араһынан үҙҙәре теләп килгән 60 һыбайлынан торған отрядты етәкләгән. Ваҡыт үтеү менән был төркөмдән киң танылыу алған, «тимер ҡабырғалылар» тип йөрөтөлгән атлы отряд төҙөлгән. Кромвель һалдаттары көслө ихтыярлы, яҡшы өйрәтелгән булыуҙары менән айырылып торған. Улар яңы армияның төп өлөшөн тәшкил иткән. 1643 йыл аҙағына Кромвелдең кавалерияһы 1100-ҙән ашыу ҡылыстан торған, һуғышҡа инер алдынан Кромвель һәр саҡ доға уҡыған, шунан һуң былай тиер булған: «Аллаға ышан, ләкин дарыңды ҡоро тот». Уның һалдаттарының бөтәһе лә тиерлек пуритандар булған.Улар доғалар көйләп һуғышҡа ингән
 
''* «Йомро башлылар» — аҡһөйәктәр затлы нәҫелдән сыҡмаған һәм бай булмаған кешеләрҙе кәмһетеп шулай атағандар, сөнки оҫта ярҙамсылары һәм өйрәнсектәре сәстәрен ҡыҫҡа итеп алдырып йөрөткән.
* «Кавалерҙар» — ҡала халҡы аҡһөйәктәр вәкилдәрен уларҙың ҡабарынҡы париктары, ебәктән һәм бәрхәттән тегелгән һәм селтәр менән биҙәлгән кейемдәре өсөн шулай атаған.''
Был армияны генерал-лейтенант дәрәжәһен алған Оливер Кромвель (1599—1658) төҙөгән.
Составына Кромвель кавалерияһы ла ингән парламент армияһы 1645 йылдың 14 июнендә Нейзби ауылы