Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
23 юл:
 
== Карл I. Тормош үҙгәрештәр зарурлығын талап итә ==
[[Файл:King Charles I after original by van Dyck.jpg|thumb|right|Карл I]]
 
1625 йылда Яков I вафат булған. Уның вариҫы — 25 йәшлек принц Уэльский Карл король Карл I (1625—1649) булып китә. Англия йәмғиәте яңы король үҙгәрештәр кәрәклеген аңлар, идаралыҡ системаһында реформалар үткәрер, чиновниктарҙың власын сикләр, тип өмөтләнгән. 1628 йылда илдең бер үк ваҡытта өс дәүләткә — Францияға, Испанияға һәм Австрияға — ҡаршы һуғыш алып барыуы сәбәпле хөкүмәттә килеп тыуған ауырлыҡтарҙан файҙаланып, парламент королде «Хоҡуҡ тураһында петиция»ға ҡул ҡуйырға мәжбүр иткән. Был документта парламент хоҡуҡтарын ихтирам итеү талабы ҡуйылған һәм суд рөхсәтенән башҡа ҡулға алыу законһыҙ сара, тип иғлан ителгән. Карл I «...петиция»ны боҙорға маташып ҡарағас та, парламент ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән. Шул саҡта король буйһон-маусан парламентты таратҡан һәм уны 11 йыл буйына саҡырмаған.
Илдә Карл I-нең үҙенең генә идара итеү режимы урынлашҡан. Ләкин парламент рөхсәтенән башҡа король яңы һалымдар индерә алмаған. Ул, урта быуаттарҙа йән башынан алынған иҫке түләм-дәрҙе яңынан тергеҙеп, аҡса тупларға тырышһа ла, хатта тыныс йылдарҙа ла был етерлек булмаған.