Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
== Революцияның сәбәптәре ==
 
Йылдар үткән, Яков I-нең тик үҙе генә идара итергә ынтылыуы сәбәпле, уның менән парламент араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйгәндән-көсәйгән. Уның иҡтисади сәйәсәте лә: иҫке цех системаһын яҡлауы, ирекле баҙар закондарын боҙоп, айырым кешеләргә һәм компанияларға айырым тауарҙарҙы етештереүгә һәм һатыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡты һатыуы ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Англикан сиркәүен яҡлаған һәм пуритандарҙы эҙәрлекләгән королдең дини сәйәсәте парламентҡа оҡшамаған. Яков I епиепископ вазифаһын бөтөрөүҙән баш тартҡан. Ул: «Епископтар юҡ икән — король дә юк», — тигән. Пуритандарҙы эҙәрлекләүҙәр уларҙы бөтә йорт-йыһазын һатып, «хөрәфәттәрҙә ҡатып ҡалған» тыуған илдәрен ташлап китергә һәм ҡанескес королдән, сиркәүҙән ҡотолорға өмөтләнеп, билдәһеҙ һәм йәшәү өсөн ҡулайлы булмаған Төньяҡ Америка ярҙарына юлланырға мәжбүр иткән.
 
Яков I-нең тышҡы сәйәсәте лә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Колониялар яулап алыуҙа католик Испания Англия менән ярышҡан. Англия йәмғиәте королдән Испанияға ҡаршы көрәш башлауҙы көткән, ә король 10 йыл буйына уның менән килешергә ынтылған.
 
Өҫтәүенә король һарайында һәм чиновниктар араһында ҡаҙна талауҙың һәм ришүәт алыуҙарҙың киң таралыуы инглиздәрҙең нәфрәтен тыуҙырған. Королдән башлап мировой судьяға тиклем — барыһы ла ришүәт алған. Тик уның дәүмәлендә генә айырма булған.
 
== Карл I. Тормош үҙгәрештәр зарурлығын талап итә ==
 
1625 йылда Яков I вафат булған. Уның вариҫы — 25 йәшлек принц Уэльский Карл король Карл I (1625—1649) булып китә. Англия йәмғиәте яңы король үҙгәрештәр кәрәклеген аңлар, идаралыҡ системаһында реформалар үткәрер, чиновниктарҙың власын сикләр, тип өмөтләнгән.