Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
XVI быуат Англия өсөн бик уңышлы тамамланған: сәнәғәт үҫешкән, диңгеҙ сауҙаһы сәскә атҡан. «Еңелмәҫ армада»ны тар-мар иткәндән һуң, ил көслө диңгеҙ державаһына, «диңгеҙҙәр батшаһы»на әйләнгән. Америкала беренсе колония — Виргиния — булдырылған, Ост-һинд компанияһы төҙөлгән, Лондонда биржа асылған. Сәнғәт һәм фән әлкәләрендә лә ҙур уңышлыҡтарға өлгәшелгән. Бэкон, Шекспир — был бөтә донъяға билдәле исемдәр.Ер биләүсе дворяндарҙың (уларҙы джентри тип йөрөтәләр) һәм сауҙагәрҙәрҙең күбеһе лордтар менән ярышырлык бай булған. Илдә кальвинизмға эйәреүселәр, пуритандар, күбәйгән. Улар англикан сиркәүен тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙарҙан арындырырға кәрәк, тип белдергән, епископтарҙы Аллаға түгел, ә королгә хеҙмәт итеүҙә ғәйепләп, был вазифаны бөтөрөүҙе талап иткән.
 
Пуритандар араһында яңы дворяндар, бай сауҙагәрҙәр, оҫталар, мануфактура хужалары, хәлле крәҫтиәндәрҙән күп вәкилдәр булған. Был кешеләр аҡса ҡәҙерен белгән. Сиркәү йыйымдары ябай халыҡты ла йонсотҡан. Халыҡ: «Беҙгә осһоҙораҡ сиркәү кәрәк», — тип ризаһыҙлыҡ белдергән. Пуритандар Алла закондарын ныҡ ихтирам иткән һәм ихтыярын аңларға тырышып, Изге Китапты бик ентекле өйрәнгән-өйрәнгәндәр. Күптәр королгә власть Алла тарафынан бирелгәненә лә ышанған, ләкин улар өсөн был власть элекке инглиз йолаларына таянғанда һәм парламент менән иҫәпләшкәндә генә законлы булған. Улар парламенттың да Алла ҡушыуы буйынса булдырылғанына ысын күңелдән ышанған.
 
== Пуритандар этикаһы һәм йәшәү рәүеше ==
 
Тышҡы донъя ғына түгел, ә үҙ көсөнә ышана башлаған, яҡшылыҡ — нимә һәм яманлыҡ нимә икәнен аңларға тырышҡан кешенең эске донъяһы ла үҙгәрештәр кисергән.
 
== Революцияның сәбәптәре ==
 
Йылдар үткән, Яков I-нең тик үҙе генә идара итергә ынтылыуы сәбәпле, уның менән парламент араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйгәндән-көсәйгән. Уның иҡтисади сәйәсәте лә: иҫке цех системаһын яҡлауы, ирекле баҙар закондарын боҙоп, айырым кешеләргә һәм компанияларға айырым тауарҙарҙы етештереүгә һәм һатыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡты һатыуы ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Англикан сиркәүен яҡлаған һәм пуритандарҙы эҙәрлекләгән королдең дини сәйәсәте парламентҡа оҡшамаған. Яков I епи-