Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Был зонаға ниндәй урмандар һәм тупраҡтар хас булыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Урман зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Ҡырҡылған ерҙәрҙә инде икенсел урмандар, башлыса, [[ҡайын]], [[йүкә]], [[уҫаҡ]]тан торған урмандар үҫеп сыҡты. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.
 
Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә [[Николо-БерезовкаБерёзовка]] ҡасабаһы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, [[Дүртөйлө районы]]ның Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.
 
Был зоналағы күлдәр ҙә иҫ киткес гүзәл күренеш барлыҡҡа килтергән. [[Дүртөйлө районы|Дүртөйлө районының]] [[Урыҫ Әнгәсәге]] ауылы эргәһендәге Оло һәм Бәләкәй Йылан күлдәре, [[Нуриман районынрайоны]]дағындағы [[Упҡынкүл]] тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.
 
Тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, урман зонаһының бөтә бай һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте — [[шыршы]] һәм [[аҡ шыршы] үҫкән бейек текә ярлы [[Павловка һыу һаҡлағысы]] тирәһе, [[Кама]]ның һул яр буйындағы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары, [[Өфө ялпы таулығы]]н тәрән йырып аҡҡан [[Йүрүҙән]] буйҙары һаҡсыл мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме ни? Мәҫәлән, Йүрүҙән урыны менән бер нисә тиҫтә метр бейеклегендәге ҡаялар хасил итеп аға. Шундай ҡаяларҙың береһе — Сабаҡай тауы Дыуан районының Сарапул ауылы янында урынлашҡан. Бында тәүтормош кешеһенең торлаҡ эҙҙәре һаҡланған ике мәмерйә барлығы билдәле.