Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
Был зонала тәбиғи хәлендә һаҡланған, шулай уҡ кеше ҡулы тарафынан тыуҙырылған ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Бәләбәй районында Усень-Ивановка ауылы эргәһендәге, шулай уҡ Бөрө районының «Сосновый бор» ял йорто тирәһендәге ҡарағайлыҡтар иң күренеклеләре.
 
[[Асылыкүл]] менән [[Ҡандракүл (күл)|Ҡандракүл]] — үҙе бер тәбиғәт мөғжизәләре. Асылыкүл яр буйында һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, Себер флоксы, үҫә.
 
Урманлы даланың төньяҡ-көнсығышында [[Салауат районрайоны]]ынданда [[Йүрүҙән (йылға)|Йүрүҙән]] йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сулпан ауылы эргәһендә Янғантау урынлашҡан.
 
Был зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан шулай уҡ [[Ҡорғаҙаҡ шишмәһе|Ҡорғаҙаҡ]] һәм [[Красный Ключ (шишмә)|Красный Ключ]] сығанаҡтарын, [[Шәмсетдин]] күлен һәм [[Шөңгәккүл]]де, [[Охлебинино]] һәм һыныу тыуҙыра. Улар [[Ағиҙел]] йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Был тауҙарҙың иң төньяҡтағыһы — [[Йөрәктау]]. Уның Ағиҙел йылғаһы кимәленән бейеклеге 220 м. Көньяҡтараҡ тағы өс шихан бар — улар [[Ҡуштау]], [[Шахтау]] һәм [[Торатау]]. Быларының иң бейеге — Торатау ([[Ағиҙел]] йылғаһы кимәленән 275 м бейеклектә). [[Шихандар]] — пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 млн йыл самаһы элек пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Шихандар [[Урал тауҙары]]нан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Артабан күп рифтарҙы тоҡомдар күмеп киткән. Тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.
 
Шихандарҙа, боронғо диңгеҙ хайуандарының ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин, тау ипкендәрендә һирәк осрай торған һәм юғала барыусы күп үҫемлектәр үҫә. Стәрлетамаҡ яңғыҙ тауҙарынан тыш Башҡортостанда шулай уҡ Дыуан рифтары билдәле. Улар ҙа пермь осоронда барлыҡҡа килгән.