Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Таулы-урманлы зона: Ҡуҡрауыҡ шарлауығы - - ???
48 юл:
 
== Таулы-урманлы дала зонаһы ==
Ул Уралтау һыртынан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан [[Йылайыр]] ялпы таулығында йәйелеп ята. Был зонала [[Ирәндек]] һәм [[Ҡырҡтытау (һырт)|Ҡырҡтытау]] һырттары һауаға олғашып тора. Зона көнбайыштан таулы-урманлы зона менән, ә көнсығыштан Башҡортостандың Урал аръяғы далалары менән сикләнә.
 
Таулы-урманлы дала зонаһының ер өҫтөнә ҡыраз түбәле тауҙар теҙмәһе һәм ваҡ-ваҡ убалар хас. Тау ҡыраздары ҡатып ҡалған тулҡындарҙы хәтерләтә: уларҙың битләүҙәре көнбайыштан һәм көньяҡтан текә булып күтәрелә, ә көнсығыштан һәм төньяҡтан һөҙәкләнеп түбән төшә. Майҙанының 60%-ы урман менән ҡапланған. Урмандары ҡайын сауҡалыҡтарынан, [[ҡайын]] һәм киң япраҡлы, ҡайын һәм ылыҫлы ағастарҙан тора. Урмандар башлыса төньяҡ һәм көнбайыш тау битләүҙәрен ҡаплап үҫә. Тауҙың асыҡ урындарында һолүлән, ҡылған сал сәсен елдә сайҡап ултыра.
55 юл:
Таулы-урманлы далала бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы айырылып тора. Уларҙан [[Учалы]] ҡалаһы янындағы [[Өргөн]] күле — иң күренеклеһе. Уның ярҙарын бик матур [[ҡарағай]] һәм япраҡлы урман әйләндерел алған. [[Учалы районы]]ның төньяғында Ауышкүл йәйрәп ята, ул [[Ауышкүл]] йәшмә ятҡылыҡтары менән дан ҡаҙанды. Унда һары төҫтәге йәшмә сығарыла. Төрлөсә тармаҡланған ҡара һәм һоро һыҙаттар был таштарға айырыуса күркәмлек бирә.
 
Таулы-урманлы дала зонаһының көньяғында [[Йылайыр районы|Йылайыр]], [[Ейәнсура районы|Ейәнсура]], [[Хәйбулла районы|Хәйбулла]] райондары ерҙәрендә [[Шайтантау]] урынлашҡан. Унда [[заказник]] ойошторолған. Ул ошо зонаның иң гүзәл тәбиғәтле урындарының береһе. Бында далалар имән, ҡайын һәм башҡа киң япраҡлы урмандар менән аралашып килә.
 
== Әҙәбиәт ==