Һалҡын һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
карточка
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
{{Флагификация|Турция}}<br />
}}
'''Һалҡын һуғыш'''  — бер яҡтан [[СССР]] һәм уның союздаштары, икенсе яҡтан [[АҠШ]] һәм уның союздаштары араһындағы 1946 йылдан 1991 йылға тиклем дауам иткән һәм бөтә Ер шарын солғап алған сәйәси, хәрби, иҡтисади һәм [[идеология|идеологик]] өлкәләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡ (конфронтация).
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
Халыҡ-ара [[хоҡуҡ]] күҙлегенән тулы мәғәнәлә «һуғыш» тип атап булмаған был ҡапма-ҡаршылыҡтың төп йүнәлеше  — [[идеология|идеологик]] көрәш булды. Ул үҙ сиратында [[Америка Ҡушма Штаттары]]ндағы капиталистик йәмғиәт һәм [[Советтар Союзы]]нда иғлан ителгән социалистик йәмғиәт араһындағы үҙ-ара килешмәүсәнлектән килеп сыҡты.
 
Ике яҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы уларҙың донъяның теләһә ниндәй өлөшөндәге низағтарҙа мотлаҡ ҡатнашыуына һәм хәл-ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешенә нисек булһа ла ҡыҫылыуына килтерҙе. [[АҠШ]]-тың да, [[Советтар Союзы]]ның да бар тырышлығы тәү сиратта сәйәси өлкәлә өҫтәнлөк итеүгә йүнәлтелде. Шуға ла улар үҙҙәренең йоғонтоһо аҫтындағы илдәр ингән «[[НАТО]]» (Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы) һәм «Варшава килешеү ойошмаһы» тип аталған хәрби-сәйәси берләшмәләр (блоктар) төҙөнө.
55 юл:
Һалҡын һуғыш ҡайһы бер йылдарҙа «өсөнсө донъя һуғышы» тоҡаныу ҡурҡынысын тыуҙырған ғәҙәти һәм ядро ҡоралдары буйынса ҡыҙыу ҡоралланыу менән үрелеп барҙы. 1962 йылғы «Кариб көрсөгө» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Карибский кризис») бөтә Ер шарын нәҡ ошондай һәләкәт сигенә килтереп баҫтырҙы. Шуға ла артабанғы 70-се йылдарҙа [[СССР]] халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу һәм ҡоралланыуҙы сикләү өсөн һиҙелерлек көс һалды.
1985 йылда [[Советтар Союзы]]нда власҡа килгән [[Горбачёв Михаил Сергеевич|Михаил Горбачев]] башлаған «үҙгәртеп ҡороуҙар» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «перестройка») сәйәсәте [[КПСС]]-тың етәксе роленың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Иҡтисади көрсөк, ижтимағи һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм башҡа бик күп эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында 1991 йылдың декабрендә [[СССР]]-ҙың тарҡалыуы һалҡын һуғыштың тамаланыуына сәбәп булды. Көнсығыш Европаның [[Советтар Союзы]] ярҙамынан мәхрүм булып, терәк һәм таянысһыҙ ҡалған коммунистик хөкүмәттәре бынан алда, 1989–19901989—1990 йылдарҙа уҡ ҡолатылғайны. 1991 йылдың 1 июлендә «Варшава договоры» рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Аҙ ғына һуңыраҡ, 1991 йылдың 19—21 авгусындағы ваҡиғаларҙан һуң [[СССР]]-ҙың юғары даирәләре барлыҡ власын юғалтты һәм был хәлде һалҡын һуғыштың тулыһынса тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин.
 
== Аңлатма тарихынан ==
1945 йылдың 19 октябрендә [[Бөйөк Британия]]ла нәшер ителгән «Трибьюн» аҙналығында донъя күргән «Һин һәм атом бомбаһы» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Ты и атомная бомба») мәҡәләһендә яҙыусы һәм публицист [[Джордж Оруэлл]] «һалҡын һуғыш» аңлатмаһын беренсе тапҡыр ҡуллана. «Һанаулы ғына секундтар эсендә миллионлаған кешене юҡ итергә мөмкинлек биргән [[атом]] бомбаһының [[АҠШ]]-тан башҡа тағы ла бер нисә башҡа ҡулға эләгеүе 2—3 рәхимһеҙ бөйөк державаның барлыҡҡа килеүенә сәбәп булыр ине, ә улар үҙ сиратында донъяны үҙ-ара бүлешер ине», тип яҙа ул. Автор фекеренсә, был бөйөк державалар, атом ҡоралын бер-береһенә ҡаршы ҡулланмау тураһында йәшерен килешеү төҙөр ине. Нәтижәлә, еңелеү белмәйенсә, улар даими һалҡын һуғыш хәлендә ҡалыр ине ([[инглиз теле|инглизсә]] «in a permanent state of «cold„cold war»war“ with its neighbors», [[урыҫ теле|урыҫса]] находились бы в «"состоянии постоянной «холодной войны»). Был, үҙ сиратында, «тыныслыҡ булмаған тыныслыҡты сикһеҙ оҙайтыу иҫәбенә масштаблы һуғыштарға сик ҡуйыр ине», ти ул артабан.
1946 йылдың мартында Оруэлл был һүҙ бәйләнеште икенсегә ҡуллана. 1945 йылдың декабрендәге [[Мәскәү]] кәңәшмәһенән һуң [[Рәсәй]] [[Бөйөк Британия|Британияға]] һәм [[Британия империяһы]]на ҡаршы «һалҡын һуғыш» алып бара башланы, тип яҙа ул.
 
1947 йылдың 16 апрелендә [[АҠШ]] президенты [[Гарри Трумэн Билдинг|Гарри ТрумэнТрумэнды]]дыңң кәңәшсеһе [[Бернард Барух]] Көньяҡ Каролина штатының вәкилдәр палатаһындағы сығышында «һалҡын һуғыш» атамаһын рәсми шарттарҙа беренсе булып ҡуллана.
 
== Һалҡын һуғыш башының ҡыҫҡаса тарихы ==
[[Икенсе донъя һуғышы]] тамамланғандан һуң Көнсығыш [[Европа]] илдәренең [[Советтар Союзы]] ҡарауы аҫтында ҡалыуы һәм бигерәк тә [[Польша]]ла [[Лондон]]дағы [[Польша|поляк]] эмигрант хөкүмәтенә ҡаршы булараҡ [[Советтар Союзы|совет]] яҡлы хөкүмәт төҙөлөүе [[Бөйөк Британия]]ның етәксе даирәләренең [[СССР]]—ға хәүеф-хәтәр менән ҡарай башлауына килтерә. Был турала һығымта яһаусы [[Советтар Союзы|совет]] ғалимдәре тағы ла икенсе һығымтаны алға ҡуя: [[Америка Ҡушма Штаттары|Америка]] империализмының ҡапма-ҡаршылыҡты тоҡандырыуға йүнәлтелгән тышҡы [[сәйәсәт]]е [[АҠШ]]-тың монополистик даирәләре мәнфәғәттәре менән тығыҙ бәйләнештә була һәм капиталистик ҡоролошто һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу маҡсатын күҙ уңында тота.
 
Бер төркөм тикшеренеүселәр «Һалҡын һуғыш» башының тәүшарты итеп 1945 йылдың февралендә үткән Крым (Ялта) конференцияһын атай: нәҡ уның һөҙөмтәләре буйынса донъяны тәьҫир өлкәләренә бүлеүгә [[сәйәсәт|сәйәси]] мөмкинлектәр тыуа.
 
 
== Әҙәбиәт ==
* [http://www.coldwar.narod.ru/ Web-сайт, посвящённый «холодной войне»] {{ref-ru}}
* [http://hirosima.scepsis.ru/war/index.html Холодная война на сайте «Хиросима»] {{ref-ru}}
* [http://sakva.ru/Nick/DullPlan.html Директива NSC20/1  — «План Даллеса»] {{ref-ru}}
 
== Һылтанмалар ==